Яңылыҡтар
25 Декабрь 2024, 09:30

Грозныйға осҡан самолет һәләкәткә осраған

-

Грозныйға осҡан самолет һәләкәткә осрағанГрозныйға осҡан самолет һәләкәткә осраған
Грозныйға осҡан самолет һәләкәткә осраған

«Азербайжан авиалиниялары»ның Бакунан  Грозныйға осҡан пассажир самолеты Ҡаҙағстандың көнбайышындағы Аҡтау ҡалаһы аэропортына ҡолап төшкән, тип хәбәр итә Ҡаҙағстандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Бортта 67 пассажир һәм 5 экипаж ағзаһы булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иҫән ҡалғандар ҙа бар, тип өҫтәнеләр ведомствола.

Фажиғә урынында Ҡаҙағстан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 52 кеше һәм 11 берәмек техника эшләй.

Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Аҡтауҙа самолеттың ҡолауына ҡоштар тубы менән бәрелешеү сәбәпсе булған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-12-25/v-kazahstane-poterpel-krushenie-samolet-letevshiy-iz-baku-v-groznyy-4066430

 
Автор:
Читайте нас