Бөгөн Хәйбулла районында район башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре барланды, фекер алышыуҙар булды.
Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин ҡатнашты. Баш һүҙ менән Рөстәм Динислам улы сығыш яһап, алтынсы съезд буйынса тәъҫораттары менән уртаҡлашты.
Хөрмәтулла Ғаззали улы съезд һөҙөмтәләренә туҡталып китһә, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Мәмбәтова ағымдағы йылда Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың алтынсы бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезындағы сығышына туҡталып үтте. Район ҡоролтайы ағзаһы Илүзә Кәримова залда йыйылғандарҙы алтынсы бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезының резолюцияһы менән таныштырҙы.
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген юғары баһаланы килгән ҡунаҡтар. Ҡоролтай рәйесе Лариса Мәмбәтованың бөгөн тантаналы рәүештә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы - «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Шулай уҡ милли йүнәлештә әүҙем эш алып барған башҡорт теле уҡытыусылары Дилбәр Исҡужина, Раушания Ғәлиуллина һәм "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите хәбәрсеһе, район ҡоролтайы ағзаһы Раян Атанбаев маҡтау ҡағыҙына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ рухлы милләттәштәребеҙҙе!