“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәре коллективы “Яугирҙарға Яңы йыл бүләктәре” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операция зонаһына посылка әҙерләне.
Журналистар мәтрүшкә, ҡарағат һәм еләк япраҡтары, һары мәтрүшкә, иван-сәй һәм башҡа бәрәкәтле Хәйбулла ерендә үҫкән шифалы үләндәрҙән торған сәй әҙерләп, уларҙы пакетиктарға тултырҙыҡ. Шулай уҡ әфлисун, лимон һәм алмаларҙы киптереп, татлы микстар әҙерләнек.
Тағы ла коллектив һәм волонтерҙар редакция бинаһында 4Х6 метр ҙурлыҡтағы икенсе маскировкалау селтәрен үрҙе. Был эшкә Аҡъяр ауылы ағинәйҙәре Мәрзиә Түснәкова, Фатима Ҡоҙабаева, Мәҙинә Ишкилдина, Россельхозцентр ойошмаһы белгестәре, райондың битараф булмаған башҡа кешеләре лә әүҙем ярҙам итте. Редакцияла маскировкалау селтәрен үреү “Хәйбулла волонтерҙары” ирекмәндәр хәрәкәте етәкселәренең береһе Зилә Кәримова етәкселегендә ойошторолдо.
Ватан һаҡсыларына бөтә район тарафынан йыйылған Яңы йыл бүләктәре тейәлгән ҙур ылау 23 декабрҙә махсус хәрби операция зонаһына юллана.