Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь , 12:23

Мәрхүм ҡыҙының аҡсаһын үҙләштергән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатынға мәрхүм ҡыҙының аҡсаһын үҙләштергән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды

Мәрхүм ҡыҙының аҡсаһын үҙләштергән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды
Мәрхүм ҡыҙының аҡсаһын үҙләштергән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды

Үлгән бала өсөн дүрт йыл социаль түләүҙәр алған 45 йәшлек Ишембайҙа йәшәүсе ҡатынға «түләү алыуҙа мутлашыу»статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдан ҡатын инвалид тип танылған бәләкәй ҡыҙын ҡарау буйынса пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр алған. 2020 йылдың апрелендә бала вафат булыуға ҡарамаҫтан, әсәһе был факт тураһында пенсия һәм социаль страховкалау Фондының территориаль бүлегенә хәбәр итмәй һәм аҡса алыуҙы дауам итә. 2020 йылдың майынан 2024 йылдың мартына тиклем уның банк иҫәбенә 1,5 миллион һум самаһы аҡса килә, улар менән ул үҙ ҡарауы буйынса идара итә. Ғәйепләнеүсе ғәйепле булыуын таный һәм килтерелгән зыянды ҡаплай. Суд уға шартлы рәүештә 2 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм шул уҡ осорға һынау срогы менән яза тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: