Яңылыҡтар
19 Декабрь 2024, 11:43

Яңы һаулыҡ һаҡлау объекты

Бөгөн Өфө ауылында модулле табип амбулаторияһы асылды

Яңы һаулыҡ һаҡлау объектыЯңы һаулыҡ һаҡлау объекты
Яңы һаулыҡ һаҡлау объекты

Өфө ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, яңы модулле табип амбулаторияһы төҙөлдө.

Модулле ауыл табип амбулаторияһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай  үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Алмас Мырҙабаев, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова, ауыл табип амбулаторияһы ветерандары, ауыл халҡы ҡатнашты.

Амбулаторияла проект буйынса участка терапевты һәм участка педиатры кабинеттары ҡаралған, тағы ла процедура, прививка эшләү һәм башҡа бүлмәләр бар. Халыҡҡа медицина ярҙамы көндөҙгө  стационар шарттарында ла күрһәтеләсәк. Яңы амбулаторияның мөдире  Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 40 йылдан ашыу хеҙмәт тәжрибәһе булған участка педиатры Рәйфә Ҡашҡарова. Табип балалар сәләмәтлеген һаҡлауға индергән намыҫлы хеҙмәте өсөн  Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Һуңғы биш йылда районда 12 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлгән. Был районда беренсе заманса модулле амбулатория.  Табип амбулаторияһы заманса йыһаз һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәте медицина ҡорамалдары алыуға финанс ярҙамы күрһәткән.

Яңы һаулыҡ һаҡлау объекты
Яңы һаулыҡ һаҡлау объекты
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас