Кемдең генә ғүмер юлына күҙ һалма, бөтәһенең дә тормошонда әллә күпме томлыҡ китап яҙырлыҡ шатлыҡлы ваҡиғалар, хәтирәләр, кисерештәр, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә тупланған.
Рәүеф Нурғәле улы Беренсе Мырҙа ауылында Кинйәбаевтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Азаматов фамилияһын уға атаһы, ҡартатаһы Азамат иҫтәлегенә бирә. Урындағы мәктәптә башланғыс белемде алғас, Өфө ауылы мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 8-се класты тамамлағандан һуң, Юлдыбай ауылында тракторсылар курсында уҡып, һөнәр үҙләштереп, тыуған ауылына совхозға эшкә ҡайта. Бер аҙ эшләгәндән һуң, әрме сафына саҡырыла, ҡайтҡас инде тыуған ауылында эшен дауам итә. Һуңғараҡ Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель курстарын тамамлап, ҡулына таныҡлыҡ алғас, Өфө ауылында “Матрай” совхозына эшкә төшә. 33 йыл шофер булып эшләй, тракторсы ла, комбайнсы ла була. Хеҙмәт ветераны 43 йыл дөйөм стаж менән хаҡлы ялға сыға.
Зилә Азаматова иһә Әлибай ауылында тыуып үҫә. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылында уҡый, һуңынан 10-сы класты тамамлағансы Өфө ауылы мәктәбендә белем ала. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтер һөнәренә уҡый. Ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ Өфө ауылында совхозда хеҙмәт юлын башлай. 38 йыл бухгалтер булып эшләп, "Хеҙмәт ветераны" исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға.
Осрашыуҙары ла эшкә бәйле уларҙың. Тәүге йылдарҙа үлсәү пунктында эшләргә кеше булмағас, йәш ҡыҙҙы шунда ебәрәләр. Тап шул осорҙа водитель булып эшләгән Рәүеф Нурғәле улы менән таныша ул. Бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ булған йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш парға йәшәргә фатир ҙа бирәләр. Бөгөн уларшул мөхәбәттәрен ғүмер буйы һаҡлап, алтын туйҙарына килеп еттеләр.
Татыу ғаиләлә үҫкән балалары үҙ юлдарын табып, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, лайыҡлы донъя көтәләр. Өлкән ҡыҙҙары Альбина – Екатеринбург ҡалаһында төпләнгән. Тормош иптәше менән ике малай һәм ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Икенсе ҡыҙҙары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй вафат була. Уның ике балаһы һәр ваҡыт ҡартатай, өләсәй йортона килеп торалар. Улдары Руслан ата-әсәһе эргәһендә йәшәй, эшләй. Кесе ҡыҙҙары Земфира шулай уҡ Өфө ауылында йәшәй, вахта ысулы менән Мәскәүҙә эшләй, ул 3 ҡыҙ үҫтерә.
–Яратыу – бер-береңде хөрмәт итеп, икәү бер булып йәшәй башлайһың. Ғаиләң өсөн яуаплылыҡ хисе арта, йәш барған һайын сабырлыҡ та өҫтәлә, — тине ярты быуат бергә ғүмер итеүсе Азаматовтар.
Ундай бәхетле миҙгелдәр күп кешегә тәтемәй. Бөгөнгө көндә улар балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп көн күрәләр. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, гөл-сәскәләр үҫтеләләр, кәртә тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Бер-береһенә булған йылы хистәрен олоғайған көндәренә тиклем юғалтмаған Зилә һәм Рәүеф Азаматовтарҙың ғаиләһенә алдағы көндәрендә лә балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.