Яңылыҡтар
18 Декабрь 2024, 05:57

Хеҙмәттә сыныҡҡан быуын

Өфө ауылында йәшәүсе Фәриҙә Шәрипова 90 йәшен билдәләй

Хеҙмәттә сыныҡҡан быуынХеҙмәттә сыныҡҡан быуын
Хеҙмәттә сыныҡҡан быуын

Һуғыш осоро ауырлыҡтарын үҙ иңендә татығын, Ватаныбыҙҙы тергеҙеүгә күп көс һалған оло быуын ветерандары ихтирамға лайыҡ. Өфө ауылында йәшәүсе Фәриҙә Шәрипова  шундайҙарҙың береһе.

90 йәшен артмаҡлаған Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы 1934 йылда Ялан Ҡыпсаҡ ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Бала, үҫмер сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа уҙа.

-Әсәйем ике ағайым менән йәшләй тол ҡала. Атайым да ҡатыны вафат булып, биш ҡыҙы менән яңғыҙ ҡалған була. Шунан атайым әсәйемә өйләнеп, ике ғаилә бергә йәшәй башлай. Уларҙың уртаҡ балалары булып, мин һәм ҡустым донъяға килгәнбеҙ. Шулай итеп, атайым менән әсәйем беҙҙе, 9 баланы тәрбиәләп кеше итәләр. Элек ундай ғаиләләр күп булды.   1937 йылда атайым репрессияға эләгеп, булған мөлкәтен тартып алалар һәм себергә һөргөнгә ебәрергә әҙерләнәләр. Таныштары атайыма себергә исемлеккә эләгеүе тураһында хәбәр итәләр һәм ул  һөргөнгә бармаҫ өсөн бер төндә ғаиләһен алып Йолалы тигән мәғдән сыҡҡан ергә күсеп барып, эшкә урынлаша. Шул рәүешле ул себерҙән тороп ҡала.  1941 йыл һуғыш башланғас, ағайымдар фронтҡа китә.  Атайым  өлкән булғас алмайҙар һәм ул Магнитогорск ҡалаһында эшләй.  Беҙҙе Ялан Ҡыпсағына алып ҡайтып ҡалдыра. 1943 йыл Ялан Ҡыпсаҡ мәктәбенә 1-сегә барҙым һәм 4-се класҡа тиклем уҡыным. Һуғыш бөтһә лә атайымдарҙы ҡайтарманылар. Ул 1946 йылда ауылға ҡайтмай, тура  Әлибай ауылына барып эшкә урынлаша һәм беҙҙе күсереп ала. Бер һүҙ русса белмәгәс, Әлибай мәктәбенә барманым. Бер көн генә мәктәпкә барҙым да, бер йыл уҡымай өйҙә ултырҙым. Ул ваҡытта Үрге Смаҡта ете йыллыҡ башҡорт мәктәбе бар ине, Һарыкүлгә күскәс, атайым шунда 5-се класҡа бирҙе. Бында 7-се класҡа мәктәптә балалар ҡалмау сәбәпле, атайым мине Юлдыбайға уҡырға алып барҙы һәм фатирға йәшәргә һалды.  Һарыкүлдән 40 саҡрым  алыҫ ялда ҡайтып булмай, һағынып илай инем. 8-се кластан һуң, Юлдыбайға бармайым тип илағас, атайым күп уйлап тормай, Аҡъяр мәктәбенә уҡырға бирҙе һәм 1953 йылда  10-сы класты тамамланым,  - тип хәтер йомғағын һүтте Фәриҙә инәй.  

Мәҡәләм геройы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтер-зиһене яҡшы, ғәжәйеп асыҡ аҡыл һәм йәшәүгә ынтылыш һаҡлап ҡалған. Еңел булмаған хеҙмәт биографияһын яҡшы хәтерләй.  

-Айыулы ете йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡытырға тәҡдим иткәйнеләр баш тарттым. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, тирә-яҡтан эшселәр килеп Әлибай мәктәбе ҙурая башланы. 1954 йылда белем усағына лаборант булып эшкә төштөм.  Артабан Өфө ауылы барлыҡҡа килеп, урта мәктәп шунда күсте. 40 йыл хаҡлы ялға сыҡҡансы лаборант булып яратып, дәртләнеп эшләнем. Балалар күп булды, мәктәп гөрләп торҙо. Ул саҡтарҙа лаборанттың эше күп була торғайны. Үәй, бик матур, күңелле ваҡыттар ине,  - тип хеҙмәт йылдары хаҡында хәтирәне дауам итте  Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы.

Үҙ бурысына һәр ваҡыт яуаплы ҡарай һәм бар көсөн һалып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

1962 йылда Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылы егете Марат Шәрипов менән ғаилә ҡоралар.

-Кейәүгә сығырға ашыҡманым, эшләп тик йөрөнөм. Ирем менән 28 йәшемдә  димләү буйынса өйләнештек. Элек шулай булды бит. Йәше еткән ҡыҙҙар-егеттәрҙе димләйҙәр ине. Ирем яҡшы кеше, хәстәрлекле атай булды. “Матрай” совхозында иретеп-йәбештереүсе булып эшләне.  Маҡтаулы хеҙмәткәр  ине. Ҡаты ауырыу сәбәпле, 50 йәшендә генә мәрхүм  булып ҡалды. Өс ул тәрбиәләп үҫтерҙек,  - тип ире хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты  Фәриҙә Шәрипова.

Шәриповтар улдарына яҡшы тәрбиә бирә,  белем алырға ярҙам итә. Әле балаларының һәммәһе лә матур ғаилә ҡорған.  Өлкән улдары Басир ғаиләһе менән Сибайҙа, Айрат Мәскәүҙә йәшәй. Кесе улдары Наил Өфө ауылында йәшәй. Бөгөн Фәриҙә инәй тормош иптәше менән ҡорған нигеҙҙә кесе улы Наил һәм Зифа килене менән бергә тора. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең хөрмәтен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

- Бейемем менән 30 йыл бергә йәшәнем, хәҙер киленем менән 26 йыл бергә торабыҙ. Улым менән киленем яҡшы, ихтирам итеп торалар. Балаларым килеп хәлемде белеп тора. Һау ғына булһындар. Аллаға шөкөр үҙ аҡылымдамын, хәтер-зиһенем яҡшы. Быға тиклем намаҙ уҡыным, аяттарға йөрөнөм. Тик ҡолап аяғымды ғына ауырттырып ҡуйҙым. Ҡалған ғүмеремде именлектә, һаулыҡта үткәрергә яҙһын, - ти Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы.

Фәриҙә инәйгә быйыл 27 декабрҙә 90 йәш тула. Артабан да уға иҫәнлек-һаулыҡта, балалары һәм яҡындарының ихтирамын тойоп, бәхетле һәм оҙон ғүмер кисереүен теләп ҡалабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас