Яңылыҡтар
17 Декабрь 2024, 16:46

Юлдаш менән ғорурланабыҙ!

Яҡташыбыҙ Юлдаш Абдуллин махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн Суворов миҙалы менән наградланды. Юлдашты ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм именлек теләйбеҙ!

Юлдаш менән ғорурланабыҙ!Юлдаш менән ғорурланабыҙ!
Юлдаш менән ғорурланабыҙ!

Илебеҙгә хәүеф-хәтәр янағанда ысын ир-егеттәр һәр саҡ ҡулдарына ҡорал алып, үҙ теләге менән Ватанын, ғаиләһен, яҡындарын дошмандан һаҡларға күтәрелә. Йыл ярым элек Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, еңеүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсатында «Юлдаш» позывнойлы яҡташыбыҙ үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ошо арала ҡыйыу райондашыбыҙ менән Фёдоровка ауылында осрашып, әңгәмә ҡорорға форсат тейҙе.

Көндәлек тормошта башҡаларҙан бер нисек тә айырылмаған, изге күңелле Юлдаш Абдуллин Урыҫбай ауылында тыуып үҫкән. Башта тыуған ауылының белем усағында уҡый, һуңынан 6-8-се кластарҙа Ишембай ҡалаһында Зәки Вәлиди исемендәге гимназияһында белем ала, ә 9-сы класты Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбендә тамамлай. Уҡыу йылдарында спорт менән мауыға. Артабан Баймаҡ ҡалаһында һөнәри лицейында уҡып сыға. Рәсәй Ҡораллы көстәренә саҡырылғас, Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәй һәм Псков өлкәһе Остров ҡалаһында хеҙмәт итә.

«Бала саҡтан уҡ әрме тормошо мине үҙенә тартты. Шуға күрә хәрби хеҙмәттең ниндәй дәрәжәлә яуаплы һәм хәүефле икәнен яҡындан беләм. Контракт буйынса хеҙмәт итеүҙе аңлы рәүештә үҙ теләгем менән һайланым. Минеңсә, Ватанды һаҡлау – һәр ир-егеттең изге бурысы. Махсус хәрби операцияға юлланыуым тураһында хәбәр иткәс, башта күбеһе был ниәтемә ҡаршы булды. Әммә ниндәй генә һынауҙар аша үтеүемә ҡарамаҫтан, был ҡарарымды ҡабул итеүемә бер ҙә үкенмәйем», – ти Юлдаш.

Башта ул Һамар өлкәһендә ике айҙан ашыу хәрби әҙерлек үтә. Һуңынан Таһир Күсимов исемендәге батальон составында Донецк менән Луганск республикалары сиге янына, алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Был хәрби подразделениела Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ир-егеттәр тупланған.

«Хәйбулланан бер үҙем инем, минең менән бергә күрше Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондарынан егеттәр хеҙмәт итте. Ғөмүмән, батальонда командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ хөкөм итте. Төрлө ваҡыттар булды, ҡайһы саҡтарҙа ике-өс аҙналап алғы һыҙатта торорға тура килде», – тине әңгәмәсем һәм яугирҙарға гуманитар ылауҙар әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла – битараф булмаған райондаштарына, ирекмәндәргә, ойошмаларға оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Ҡаты алыштарҙың береһендә, төнгө һөжүм барышында батыр егет ҡаты яралана – ҡулбашына мина ярсығы үтеп инә. Дөм ҡараңғыла, һалҡын ерҙә оҙаҡ иҫһеҙ ята ул. Икенсе көндә генә күп ҡанын юғалтҡан яралы һалдатты табалар һәм хәрби госпиталгә оҙаталар. Тормош ҡайһы саҡтарҙа үтә аяуһыҙ шул. Әсәгә ғәзиз балаһын үлем тырнағынан алып ҡалыу өсөн нимә кисерергә тура килерен тик үҙе генә. Улы өс ай госпиталдә дауаланғанда әсәһе Фәймә Салауат ҡыҙы уның янында була. Һуңынан яҡташыбыҙ биш айҙан ашыу Санкт-Петербург хәрби госпиталендә реабилитация үтә. Ҡыҙғанысҡа күрә, егет ҡулһыҙ ҡала, әммә иң мөһиме – тыуған яғына иҫән ҡайта.
Кемдер бәләкәй генә ауырлыҡ алдында ла һына, бөгөлә... Ә Юлдаш Рәсүл улы ундайҙарҙан түгел – ул тормош ҡуйған һынауҙар аша лайыҡлы үтә. Эйе, был осраҡта үҙ-үҙеңде ҡулда тотоу, юғалып ҡалмау, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө булыуы бик мөһим. Ә бына күңел яраларын яҡындарының хәстәрлеге, һөйөүе һәм тыныс тормош ҡына дауалай ала.

Сая яугир махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн Суворов миҙалы менән наградлана. Яҡташыбыҙҙың ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы менән ифрат ғорурланабыҙ!
Юлдаш кеүек батыр йөрәкле бөтә яугирҙарға ла тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Фатима Ҡоҙабаева
Читайте нас