Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда «Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) менән идара итеү һәм программалау» һәм «Робототехника» йүнәлештәре буйынса ярыштар үтте. Сара мәктәп уҡыусылары араһында Волга буйы федераль округының Интеллектуаль олимпиадаһы сиктәрендә үтте.
«БПЛА менән идара итеү һәм программалау» йүнәлешендә Бүребай, Аҡъяр ауылының 1-се, 2-се һәм 3-сө мәктәптәренең 8-11-се кластары уҡыусылары пилотаж һәм программалауҙың практик күнекмәләрен үҙләштерә, был команда рухын үҫтереүгә һәм коммуникацион универсаль уҡыу ғәмәлдәрен формалаштырыуға булышлыҡ итә. Үҫмерҙәр дрон менән идара итеп, уны ҡаршылыҡтар ҡуйылған трасса аша үткәрергә тейеш була. Әйткәндәй, ағымдағы уҡыу йылында Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда, 3-сө Аҡъяр һәм Бүребай мәктәптәре базаһында квадрокоптерҙар менән идара итеү буйынса берекмәләр эшләй.
«Робототехника» йүнәлешендә иһә уҡыусылар башта роботты ҡора һәм программалай, ә һуңынан «МЕМО» мауыҡтырғыс уйынында ҡатнаша. Роботтың бурысы - парлы карточкаларҙы табыу, уларҙы сиратлап әйләндереү. Былтыр Пермь ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы олимпиадаһында ҡатнашыусы Кәрим Әбделнасиров ярыштарҙа ҡатнашыусыларға ошо йүнәлештең бөтә нескәлектәре менән уртаҡлашты.
Интеллектуаль олимпиадала ҡатнашыусылар роботтар һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү күнекмәләренең юғары кимәлен күрһәтә, был уларҙың мәғлүмәт технологиялары һәм ижадтың техник төрҙәре өлкәһендә профессиональ ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. «БПЛА менән идара итеү һәм программалау» һәм «Робототехника» йүнәлештәре буйынса муниципаль этап еңеүселәре төбәк этабына юлланасаҡ.
фото һәм мәғлүмәт:Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто