Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды. Билдәле булыуынса, был миҙал 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
Сыҡанаҡ:Администрация Хайбуллинского района