Әбүбәкер ауылы егете, зенит штурм батареяһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Зак» позывнойлы яугир уҙған йылдың майында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Башта Һамар өлкәһендә ике айҙан ашыу хәрби әҙерлек үтеп, артабан Донецк менән Луганск республикалары сигендәге фронт һыҙығында хеҙмәт итә башлай.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Әбүбәкер ауылының сая егете махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн Батырлыҡ ордены, Шайморатов, 2-се һәм 4-се дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән наградланған, ә ошо арала ул Жуков миҙалына ла лайыҡ булды! «Зак» кеүек батыр йөрәкле ир-уҙамандар менән ғорурланабыҙ. Әбүбәкер егетенә һәм барлыҡ яугирҙарға тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.