Яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 10:36

Вайлдберриз поездарға билеттар һатасаҡ

-

Вайлдберриз поездарға билеттар һатасаҡВайлдберриз поездарға билеттар һатасаҡ
Вайлдберриз поездарға билеттар һатасаҡ

Рәсәй маркетплейсы Рәсәй тимер юлдары маршруттарына билеттар һатасаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында тейешле килешеүгә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «РВБ» (Wildberries)яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  араһында «PRO//Хәрәкәт» пассажирҙар форумы сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары форумында хәбәр итә. Шулай уҡ компанияларҙың пландарында Рәсәй тимер юлдарының сервистарын популярлаштырыу: туристик продукттар, круиз поездары, бронләү сервисы һәм башҡалар. "Беҙ пассажирҙарға билет һатып алыуҙы мөмкин тиклем еңеләйтергә һәм ябайлаштырырға, юл йөрөү документтарын рәсмиләштереү ваҡытын ҡыҫҡартырға, уларҙы түләү ысулдарын киңәйтергә тырышабыҙ", — тип а\латма бирҙе Рәсәй тимер юлдары генераль директоры урынбаҫары Иван Колесников.

Автор:
Читайте нас