Яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 12:05

Ауырыған йәки арыған хәлдә руль артына ултырырға ярамай

Был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы хәүеф аҫтына ҡуя

Ауырыған йәки арыған хәлдә руль артына ултырырға ярамайАуырыған йәки арыған хәлдә руль артына ултырырға ярамай
Ауырыған йәки арыған хәлдә руль артына ултырырға ярамай

🤒 Ауырыған йәки арыған хәлдә руль артына ултырырға ярамай - был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы хәүеф аҫтына ҡуя. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы белгестәре юлдағы хәүефһеҙлек тураһында хәтергә төшөрә.

🥱 Водителдең арығанын нисек белергә:

- Иғтибарлылыҡ һәм реакция тиҙлеге кәмей. Водитель юлдағы хәлдәргә иғтибарһыҙыраҡ була.

- Хәрәкәттәр координацияһы насарая. Водитель маневрҙарҙы ышанысһыҙ һәм көтөлмәгәнсә башҡара.

- Водитель йышыраҡ күҙ йома, уға алға ҡарап барыуы ҡыйынлаша.

- Водитель ярһыу һәм ҡыҙып бара.

- Водитель маршрутта хаталар яһай, мәҫәлән, кәрәкле боролоштарҙы үтеп китә, юл билдәләрен күҙәтеп бармай.

- Водитель муйын, арҡа йәки бил тирәһендә ауыртыу һиҙә.

🚗 Руль артында йоҡо килеүҙе иҫкәртеү:

- Сәфәр алдынан йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ. Уртаса алғанда, өлкән кеше төндә 7-9 сәғәт йоҡларға тейеш.

- Арыған йәки ауырыған кеүек булһағыҙ, руль артына ултырмағыҙ.

- Әгәр ниндәй ҙә булһа дарыуҙар ҡабул итһәгеҙ, уларҙы ҡулланғандан һуң руль артына ултырырға мөмкинме-юҡмы икәнен инструкциянан ҡарағыҙ.

- Сәфәрегеҙҙе алдан планлаштырығыҙ – машина күп булмаған юлдарҙы һайлағыҙ, пик сәғәттәрендә юлға сыҡмағыҙ.

- Юлда саҡта ваҡыты-ваҡыты менән әкренгә генә ҡуйып ритмик музыка тыңлап алығыҙ.

- Битегеҙҙе дымлы салфетка менән һөртөгөҙ йәки туҡталыштарҙа һалҡын һыу менән йыуығыҙ.

- Юлда һәр 2,5 сәғәт һайын ял итергә тырышығыҙ.

- Юлда барғанда машина салонын елләтегеҙ.

- Юлға сығыр алдынан ауыр ризыҡ ашамағыҙ – ул йоҡоға тарта.

- Әгәр йоҡоғоҙ килһә, шунда уҡ рөхсәт ителгән урында туҡтап ял итегеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас