Яңылыҡтар
11 Декабрь 2024, 06:08

Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана

Һөҙөмтәләр 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә иғлан ителә.

Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамланаРәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана
Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана

Бөгөн, 11 декабрь, Үҙәк банк иғлан иткән яңы 1000 һумлыҡ аҡсаның символын һайлау буйынса тауыш биреүҙең һуңғы көнө.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй банкы яңы аҡсаның икенсе яғын биҙәү өсөн Волга буйы федераль округындағы 25 объектты һайланы. Тәҡдим ителгән варианттар араһында Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.

Әлегә «Метеор» пассажир теплоходы (118 мең тауыш), Ҡазандың Игенселәр һарайы (110 мең тауыш), Салауат Юлаев һәйкәле (99,2 мең тауыш), Һарытау автомобиль күпере (57,4 мең тауыш) алда бара.

Башҡортостан һәйкәле өсөн бында тауыш бирергә мөмкин. Һөҙөмтәләр 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә иғлан ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-11/v-rossii-zavershaetsya-golosovanie-za-simvol-novoy-kupyury-4046688

Автор:Ләйсән Закирова
Фото:Рәсәй банкы
Автор:
Читайте нас