Ул ремонт барған Бүребай ауылының почта булексәһендә булды, ремонт эштәре менән танышты. Артабан Аҡъярҙың « Ғаилә» үҙәгенә балалар өсөн яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Федоровка ауылында Ҡоролтай депутаты һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова ауыл халҡы һәм ирекмәндәр менән осрашты. Граждандарҙы ҡабул итте.