Аҡъяр ауылының Муса Гәрәев урамында элекке “Социнвестбанк” бинаһында урынлашҡан Йәштәр йорто тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ. Бина муниципаль бюджет иҫәбенә һатып алына. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе сиктәрендә республика бюджетынан бүленгән аҡсаға капиталь ремонт үткәрелә һәм матди-техник база яңыртыла.
Бөгөн 10 декабрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыу һәм республикала ирекмәнлекте (волонтерлыҡты) үҫтереү, шулай уҡ «Беренселәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте менән үҙ-ара эш итеү буйынса координация советтары ултырышы үтте. Сарала Радий Хәбиров һәм «Беренселәр хәрәкәте» идараһы рәйесе, Рәсәй Геройы Артур Орлов ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы үҙенең сәләмләү һүҙендә йәштәр менән эшләү – дәүләт бурыстарының береһе, тип билдәләне.
–Беҙҙең республикала – 35 йәшкә тиклемге 1 миллиондан ашыу йәш кеше. Улар бер ни тиклем ваҡыттан һуң төбәктең һәм илдең киләсәген билдәләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Үҫеп килеүсе быуындың баштарында нимә барлығын аңлау ғына мөһим түгел. Беҙгә был ҙур армияның һәр береһенең аҡылына һәм йөрәгенә яҡшы кеше һәм граждан булдырыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Әммә беҙҙә ниндәйҙер айырым борсолоуҙар юҡ. Мин һәр ваҡыт йәштәребеҙ иң яҡшыһы тип әйтәм.
«Беренселәр хәрәкәте»нең үҫеш тенденциялары менән ойошма идараһы рәйесе Артур Орлов уртаҡлашты. Ул республиканың идара итеү командаһына хәрәкәткә булышлыҡ иткәне һәм уны үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров ведомствоның эш йомғаҡтары менән ҡыҫҡаса таныштырып, 2025 йылға пландарҙы билдәләне. Мәҫәлән, төбәктә ике республика үҙәге һәм 68 муниципаль учреждение иҫәпләнә, уларҙа 1,5 мең кеше эшләй. Федераль һәм төбәк ярҙам саралары арҡаһында 2023 йылда алты йәштәр киңлеге яңыртыла, ә 2024 йылда тағы ла 5 – шуларҙың береһе Аҡъярҙағы Йәштәр йорто.
Артабан Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында видеоэлемтә режимында Өфөлә, Ағиҙелдә, Хәйбулла һәм Краснокама райондарында яңы йәштәр үҙәктәрен асыуҙа ҡатнашты. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов йәштәрҙең әһәмиәтле проекттарын тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май айында район хакимиәте Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына биналарҙы капиталь ремонтлауға, шул иҫәптән матди-техник базаны нығытыуға, йәштәр учреждениеларын яңыртыуға Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарына башҡа бюджет-ара трансферт биреүгә конкурста ҡатнашыуға заявка биргәйне. Һөҙөмтәлә “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы грант заявкаһы бирҙе.
–Был конкурста ҡатнашыуҙың төп маҡсаты – район үҙәгендә Йәштәр йортон булдырыу. Был ни өсөн кәрәк? Йәштәр йорто—йәштәрҙең төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә ижади һәм һөнәри мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡ тип әйтер инем. Бында дуҫлыҡ һәм ижад, интеллектуаль хеҙмәт мөхите булдырыласаҡ. Хәйбулла егеттәре һәм ҡыҙҙары йәмәғәт проекттары өҫтөндә эшләйәсәк, файҙалы идеяларын тәҡдим итеп, тәжрибә уртаҡлашасаҡтар. Йәштәр йортоноң төп бурысы—йәштәр активистарын, бизнес, дәүләт секторы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен бер-береһе менән таныштырыу, берлектә хеҙмәттәшлек итеүгә этәреү, йәғни теләгән бер йәш кеше бында үҙен таба аласаҡ. Әлбиттә, йәштәр инициативалары һәм проекттарына ярҙам, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә саралар ойоштороу хуплана, – тине “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы директоры Рөстәм Аҡбалин.
Бөгөнгө көндә буласаҡ Йәштәр йорто бинаһында ремонт эштәре аҙағына яҡынлашты. Музыка ҡорамалдары, компьютер һәм оргтехника, уйын ҡорамалдары, интерьер һәм мебель, йәштәр ялын ойоштороуға ҡорамалдар һатып алына. Ә Йәштәр йортоноң эсендә нимәләр буласаҡ? Был һорау ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Рөстәм Салауат улы ошо йәһәттән дә мәғлүмәт бирҙе.
–Бында видеоконференциялар уҙғарыу өсөн махсус әҙерләнгән 20 урынлыҡ коворкинг-үҙәк буласаҡ. Инвалид балалар менән занятиелар өсөн уйын бүлмәһе, белгестәр өсөн кабинет (педагог-психолог, өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-ойоштороусы, музыка етәксеһе) һәм башҡалар. Йәштәр йорто биләмәһендә саралар үткәреү өсөн сәхнә һәм эскәмйәләр ҡуйылған майҙансыҡ булдырыла. Тағы ла бәләкәй архитектура формалары ла бында урынлы буласаҡ. Объект 99 процентҡа әҙер, әле йыһаздар килтергәндәрен көтәбеҙ, –тине Рөстәм Аҡбалин.