Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт кәрәк. Эштәр 2025 йылда башлана, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
«Һәйкәлде юҡ итергә тигән уйыбыҙ юҡ. Киләһе быуындар һәм республика өсөн һәйкәлде һаҡлап ҡалыу теләге генә бар, — тине республика етәксеһе тура бәйләнеш ваҡытында. — Беҙҙең алда бик ҡатмарлы бурыс тора. Һәйкәлдең торошо борсолоу тыуҙыра. Шуға беҙ ошо эште башларға мәжбүр булдыҡ».
2025 йылда республика ҡаҙнаһынан төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, реставрацияға йыл ярым самаһы ваҡыт талап ителә. Ул шулай уҡ һәйкәлде һүтеү тураһында ла әйтте, был эксперт комиссияһының талабы булып тора.
«Бөгөн реконструкция проекты дәүләт федераль эксперт комиссияһының ыңғай һығымтаһын алды. Эште башлау өсөн документтар бар. Уға тиклем быны нисек эшләргә кәрәклеген бергәләп тикшерәбеҙ. Реконструкция хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота», — тине республика етәксеһе.
Минең фекер:
Миңлеғәле Бохарбаев, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте ветераны, Аҡъяр ауылы:
--Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы бөтә республика өсөн әһәмиәтле. Хәҙерге ваҡытта монумент иҫкергән, коррозия “ашай”, нигеҙе лә ышаныслы түгел. Әлбиттә, уға капиталь ремонт кәрәк. Минең фекеремсә, 50 йылдан ашыу торған һәйкәлде урында ғына реставрациялап булмай. Бынан тыш, ул тау башында, хәүефле урында тора. Элек ул суйындан ҡойолған булһа, хәҙер иһә заманса технологиялар менән баҡырҙан эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Баҡырҙан ул мәңгелек буласаҡ, ә ҡорос иһә йылдар шауҡымына бирешә. Ҡайһы кешеләр милли геройыбыҙ һәйкәле “юғалыр”, кире урынына ҡайтарырға “онотор”ҙар тип хафалана. Минең уйлауымса, ундай хәүеф юҡ. Хәҙерге заманда тарихи мираҫ юғалмай, бигерәк тә Салауат Юлаев һәйкәле иң әһәмиәтлеһе тип һанала.
Гөлкәй Сынғыҙова, “Бөркөт” кинозалы хеҙмәткәре, Аҡъяр ауылы:
--Хәйбулла яғынан баш ҡалаға килгәндә милли геройыбыҙ һәйкәле әллә ҡайҙан күренеп, сәләмләп ҡаршы ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш тиҫтәнән ашыу йылдар үҙенекен иткән. Милли геройыбыҙ һәйкәленең дә таушалғаны ныҡ һиҙелә, уны реставрациялау эштәре талап ителә. Был мотлаҡ кәрәк тигән фекерҙәмен һәм толпар атына атланған милли геройыбыҙ яңы ҡиәфәтендә ҡайтанан үҙ урынына баҫыр, тип ышанам.
Тағы ла был иҫтәлекле урында халыҡ күп була. Студент саҡтарҙа С.Юлаев һәйкәле йәштәрҙең ин яратҡан осрашыу урыны булды. Барлыҡ байрамдар, ритайымдар шунда үтте. Киләсәктә лә ул республиканың йөҙөк ҡашы булып ҡалһын ине.
Фото Башинформ