Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь , 16:43

ДЕКАБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

 7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.


❄ 7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.

❄ 8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.

❄ 9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.

❄ 10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.

❄ 11 декабрь көндө бесәй тырнанһа, һыуыта. Эт өрөп, шыңшый икән, бик көслө һыуыҡтар киләсәк.

❄ 12 декабрь көндө әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.

❄ 13 декабрь көндө ҡар яуһа, ул ерҙә 110 көн ятыр.

❄ 14 декабрь – ҡаурый-ҡаурый ҡатламлы болоттар һыуыҡтар тураһында киҫәтә.

❄ 15 декабрь көндө ямғыр яуһа, ул 40 көн буйына дауам итә.

❄ 16 декабрь көндө балыҡсылар яҡшы табыш менән ҡайтһа, ҡыш йылы килер.

❄ 17 декабрь көндө ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.

❄ 18 декабргә тиклем бер тапҡыр ҙа һыуыҡтар булмаған икән, тимәк, тиҙ арала епшек ҡар бураны булыр.

❄ 19 декабрь – бесәйҙәр ауыҙ-моронон тәпәйе менән ҡаплап йоҡлаһа, тиҙ арала көслө һыуыҡтар килер.

❄ 20 декабрь – бесәйҙәр һыу эсһә, көслө яуым-төшөм булыр.

❄ 21 декабрь ҡояш ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡһа, ҡар яуа.

❄ 22 декабрҙә көн аяҙ булып, ҡар яуһа – йылы ҡышҡа ишара.

❄ 23 декабрҙәге буран – көслө һыуыҡтар билдәһе.

❄ 24 декабрь – ҡоштар түбән осһа, ел көсәйер. Көньяҡтан иҫкән ел көндөң йылыныуы тураһында һөйләй.

❄ 25 декабрь – киләһе йылдың уңышлы килеү-килмәүен белеү өсөн был көндө сейә ботағы киҫеп, уны ер һалынған сүлмәккә ултыртҡандар. Ул Раштыуаға япраҡ ярһа, йыл уңышлы килә тип һаналған.

❄ 26 декабрҙән башлап 12 көн һыуыҡ була икән, ҡыш сатнама һалҡын килер.

❄ 27 декабрь – төндә ағастарҙы бәҫ һарыһа, ҡыш һыуыҡ килә. Иртәнге сатнама һыуыҡ тиҙ арала көслө ел һәм ҡар бураны буласағын иҫкәртә.

❄ 28 декабрь көндө йылы була икән, тимәк, көслө һыуыҡтар ҡыш аҙағында ғына киләсәк.

❄ 29 декабрҙәге һалҡын әсе ел Раштыуа һалҡындарының дауамлы булыуы хаҡында иҫкәртә. Болотло, елле көн – кинәт йылытыуға.

❄ 30 декабрҙә ҡар яуһа, Яңы йыл төнө һалҡын булыр.

❄ 31 декабрь көндө иларға һәм күңелһеҙләнергә ярамай, юғиһә йыл буйы шундай кәйеф оҙата барасаҡ. 

Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр.

Автор:
Читайте нас: