Башҡорт аты” – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ тарафынан хуплау тапҡан башланғыстарының береһе. Был сара республика өсөн бик әһәмиәтле: ул башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ продукцияһын пропагандалауға, тоҡомло йылҡысылыҡты, халыҡ кәсептәрен, милли уйындарҙы, ат спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, фестиваль тәүге тапҡыр 2022 йылда уҙҙы, ә былтыр ул халыҡ-ара статусын алды. Быйылғы сара 11 илдән һәм Рәсәйҙең 8 төбәгенән 11,5 мең ҡатнашыусыны йыйҙы.
Мәртәбәле саранан йыл да хәйбуллалар ситтә ҡалмай. Быйыл үткән фестивалдә Айгиз Тазетдинов, Тимур Ғафаров, Илгиз Тазетдиновтар составындағы Хәйбулла һыбайлылар командаһы «Тай-тулаҡ» уйынында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
500-ҙән ашыу һыбайлы ҡатнашҡан аттар парадында беҙҙең райондан да 50 һыбайлы ҡатнашты.
Фестиваль сиктәрендә «Башҡорт тоҡомоноң иң яҡшы вәкиле» республика конкурсы уҙҙы. Унда туғыҙ ҡатнашыусы араһында беҙҙең райондан Тимур Ғафаров Һәм Илгиз Тазетдинов та үҙҙәренең аттарын тәҡдим итте. Иң йәш ҡатнашыусы - Степной ауылынан 9 йәшлек Рәфис Тазетдинов. Фестивалгә ул атаһы Илгиз Мәрхәметдин улы менән килгән. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Тимур Ғафаров - икенсе, Илгиз Тазетдинов өсөнсө урын яуланы.
«Ирәндек мәргәне» ярышында 70-тән ашыу уҡсы ҡатнашты. Башҡортостандан тыш, башҡа төбәктәрҙән мәргән уғатарҙар бихисап килгәйне. Шул иҫәптән, беҙҙең райондан 3 ир-егет һәм 7 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.
“Башҡорт аты” фестиваль сиктәрендә ҡымыҙ етештереүселәр республика конкурсы ла ойошторолдо. Унда Башҡортостандың 13 районынан 20 шифалы эсемлек етештереүсе ҡатнашты. Конкурсанттарҙың продукцияһын жюри һәм сара ҡунаҡтары баһаланы. Һөҙөмтәлә Иҫәнгилденән ауылынан Нур Күсәрбаевтың ҡымыҙы иң яҡшыһы тип танылды.
Яңыраҡ үткән Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров Әбйәлил районы фермеры Айтуған Фәттәховтың балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт атын һәм йылҡысылыҡты популярлаштырыу тураһында һорауына яуап бирҙе. Республика хөкүмәтендә яңы проект булдырыу мәсьәләһен тикшерәләр, тине ул.
– Эшебеҙҙең иң мөһим һөҙөмтәләренең береһе – беҙ «Башҡорт аты» брендына патент алдыҡ. Аттарыбыҙҙың үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Беҙ был брендты файҙаланған өсөн штраф һала алабыҙ. Шишмә районында башҡорт аты үҙәге төҙөлә. Мин ошо теманы ентекле өйрәнермен һәм республика хөкүмәте кәңәшмәһендә яңы проектты булдырыу мәсьәләләрен тикшерербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фекерҙәр:
Рөстәм Шәрипов, район хакимиәте башлығы:
Илгиз Тазетдинов, Степной ауылы: