Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь , 16:37

Республикала 1 июндән «Әсә көндәлеге» ҡушымтаһы эшләй башлай

-

Республикала 1 июндән «Әсә көндәлеге» ҡушымтаһы эшләй башлай
Республикала 1 июндән «Әсә көндәлеге» ҡушымтаһы эшләй башлай

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы тыуған сабыйҙың үҫешен баһалау өсөн «Әсә көндәлеге» ҡушымтаһы эшләй башлай. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иртәрәк ярҙам күһәтеүҙе ойоштороу мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова хәбәр итте.

«Әсәгә сабыйының тейешенсә үҫешмәүен нисек аңларға? Был йәһәттән уға «Әсә көндәлеге» ярҙамға килә. Быны баланың үҫешен баһалау анкетаһы тип әйтергә була», — тине Татьяна Һәүбәнова.

Ай һайын анкета һорауҙарына яуап биреп, әсә балаһының үҫешендә кәмселектәр бармы, юҡмы икәнен белә ала. Төп маҡсат — баланың үҫешендәге проблемаларҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Әсә көндәлеге» ҡушымтаһын рус һәм башҡорт телдәрендә әҙерләй. Мобиль ҡушымтанан тыш, уның ҡағыҙ версияһы ла бар.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 20 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә уларҙың һаны 750 меңгә етеп килә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-05/v-bashkirii-s-1-yanvarya-zarabotaet-prilozhenie-dlya-rozhenits-dnevnik-materi-4038954

Автор:Галина Бахшиева
Фото:Валерий Шахов
Автор:
Читайте нас: