Яңылыҡтар
4 Декабрь 2024, 03:40

Миҙхәт Шакиров һәйкәле өсөн урын билдәләнде

  

Миҙхәт Шакиров һәйкәле өсөн урын билдәләндеМиҙхәт Шакиров һәйкәле өсөн урын билдәләнде
Миҙхәт Шакиров һәйкәле өсөн урын билдәләнде

Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы республиканың күренекле дәүләт эшмәкәре, 1969-1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыу урынын билдәләүҙәрен әйтте.

«Беҙ, ысынлап та, Миҙхәт Закир улы Шакировҡа ихтирам белдерергә теләйбеҙ. Яҡынса урынын билдәләнек — Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге сквер», — тип һөйләне республика етәксеһе. Биләмәне төҙөкләндереүҙе иҫәпкә алғанда, бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк, тип өҫтәне ул. Әммә республика бюджетында был маҡсатҡа 50 млн һумға яҡын аҡса һалынған.

Әле Өфөлә Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында мәсьәлә хәл ителә, тип билдәләне Радий Хәбиров. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас