Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь , 14:57

Ғәлиәхмәттәр программала әүҙем ҡатнаша

Уларға изге эшендә тик уңыштар ғына юлдаш булһын

Ғәлиәхмәттәр программала әүҙем ҡатнаша
Ғәлиәхмәттәр программала әүҙем ҡатнаша

Аҡъюл ауыл биләмәһе халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында 2015 йылдан әүҙем ҡатнаша. Былтыр улар ошо арҡала Ғәлиәхмәттә Ял, мәҙәниәт һәм спорт паркы төҙөргә өлгәшһә, быйыл тракторлы булдылар.

Сер түгел, ауылдарҙа трактор йыл әйләнәһенә кәрәк. Ҡышын урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға, йәй етһә, юл буйҙарындағы сүп үләндәрен сабырға кәрәк, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһендә лә, яҙлы-көҙлө төҙөкләндереү эштәрендә лә техникаһыҙ булмай. Программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған проекттар тураһында тулыраҡ Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнар Игебаев һөйләне.

–Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа хәл ителмәгән күпселек проблемаларҙың тап «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы аша хәл ителеүенә хәҙер халыҡ өйрәнеп тә алды. Халыҡ иницативалары менән күтәрелгән проекттар нигеҙендә төрлө күләмле социаль-иҡтисади әһәмиәтле эштәр бойомға ашырылды. 2016 йылда Ғәлиәхмәт ауылында  балалар һәм спорт майҙансығы сафҡа инде, 2017  йылда Ташкисеү йылғаһында быуа төҙөлдө, 2018 йыл йылда Аҡнаҙарҙа элекке башланғыс мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһалып, һөҙөмтәлә үҙ эсенә клубты һәм фельдшер пунктын һыйҙырған социаль-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде, 2020 йылда Ғәлиәхмәт ауылында янғын һүндереү техникаһы һәм трактор өсөн йылытылған гараж (ангар) ҡоролдо, 2021 йылда Аҡъюл ауылында халҡы өсөн йәмәғәт үҙәге (клуб) булдырылды, 2022 йылда Ғәлиәхмәттә урам сәхнәһе ҡуйылһа, уҙған йылда  Ял, мәҙәниәт һәм спорт паркы төҙөү проекты ғәмәлгә ашырылды. Былтыр иһә тәҡдим ителгән төрлө проекттарҙан  МТЗ-82 тракторын һатып алыуҙы хупланыҡ. Берҙәмлектә көсөбөҙ тигәндәй, был эште бергәләп башҡарғанға ғына маҡсатыбыҙға өлгәштек. Финанс өлөш индергән ауыл биләмәһе халҡына, сит-яҡтарҙа йәшәһәләр ҙә тыуған яғым тип янып торған яҡташтарыбыҙға, инициатив төркөмгә – барыһына ла оло рәхмәтлемен. Шулай уҡ проектты бойомға ашырыуҙа булышлыҡ иткән район хакимиәтенә һәм спонсорҙар булып сығыш яһаған «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенә, эшҡыуарҙар Гөлиә Теләүғолова, Рәмил Билаловҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аллаға шөкөр, өр-яңы техник ауыл биләмәһенә ҡайтарылды. Киләсәктә МТЗ-82.1 тракторы файҙа килтереп, тормошобоҙҙо еңеләйтеп халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип ышанабыҙ. Әлбитттә, был программала киләһе йылда ла ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. Ошо сәбәп менән улар йыйылышып, берҙәм тауыш менән Ғәлиәхмәт ауылы зыяратын металл рәшәткә менән кәртәләү проектын һайлап алдыҡ. Программала еңеү өсөн бер теләк кенә әҙ, әүҙемлек, берҙәмлек һәм ныҡлы позиция кәрәк. Ауыл биләмәһе халҡын, был мәсьәләне хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, – тине Илнар Айҙар улы.

Изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерер, тыуған ауылының йәшәйешенә битараф булмаған яҡташтар ҙа уларға ҡушылыр, бағымсылар ҙа табылыр тип өмөт итә ғәлиәхмәттәр. Уларға был изге эшендә тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

Ғәлиәхмәттәр программала әүҙем ҡатнаша
Ғәлиәхмәттәр программала әүҙем ҡатнаша
Ғәлиәхмәттәр программала әүҙем ҡатнаша
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: