Яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 14:41

Башҡортостан Башлығы Урмансылар паркын Өфөнөң үҙенсәлеге тип атаны

  

Башҡортостан Башлығы Урмансылар паркын Өфөнөң үҙенсәлеге тип атаныБашҡортостан Башлығы Урмансылар паркын Өфөнөң үҙенсәлеге тип атаны
Башҡортостан Башлығы Урмансылар паркын Өфөнөң үҙенсәлеге тип атаны

Урмансылар паркы икенсе һулыш алды. Кис көнө унда ҡала халҡы рәхәтләнеп йөрөй, был – бик күркәм урын, Өфөнөң үҙенсәлеге, тип белдерҙе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында.

Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронты рәйестәше һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиевтың һорауына яуап биреп, һәр парк кеүек үк, Урмансылар паркының да үҫеше өсөн сиктәр булмауын билдәләне. Әммә төҙөүселәрҙең унда инеү мөмкинлеге тураһында Башҡортостан Башлығы түбәндәгеләрҙе әйтте:

- Ул федераль ҡануниәт яғынан ныҡ һаҡлана, унда ҡала урмандары, был бик етди факт, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн мин унда булдым, кешеләр менән аралаштым. Халыҡ күп, парк та матур. Беҙ Урмансылар паркын тәртипкә килтерҙек, төп бурысты башҡарҙыҡ: юлдар, яҡтыртҡыстар, таҙалыҡ, тәртип. Өфө артабан үҫешергә тейеш.

Паркта аралашҡан кешеләр һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн спорт блогын эшләүҙәрен һораны, тип билдәләне Радий Хәбиров. 

Фото:Олег Яровиков
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас