Яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 14:48

Һаҡмарҙа биш килограмлыҡ суртан тотҡан!

   

Һаҡмарҙа биш килограмлыҡ суртан тотҡан!Һаҡмарҙа биш килограмлыҡ суртан тотҡан!
Һаҡмарҙа биш килограмлыҡ суртан тотҡан!

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Әмир Юлғотлин Һаҡмар йылғаһында биш килограмлыҡ суртан тотҡан. Был уның беренсе рекорды түгел — уҙған йылда ул ете килограмлыҡ балыҡ тотҡан булған.

«Һаҡмар балығы тәмле, ғаиләмде алабуға, сабаҡ, һыла һәм ҡыҙылғанат менән һыйларға яратам. Алыҫҡа йөрөмәйем — Һаҡмар йылғаһында балыҡ тотам, ҡайһы берҙә Талҡаҫ күленә лә барам».

Әмир Юлғотлин әйтеүенсә, балыҡ тотоу ҡомары уға көс-дәрт өҫтәй.

«Йәй көнө мин иртән һәм кисен икешәр сәғәт балыҡ тотам, ә ҡыш көнө был ваҡыт миңә нығыраҡ оҡшай. Тынлыҡ һәм саф һауа күңелемә рәхәтлек бирә», — ти ул. 

Шуны иҫтә тотоғоҙ: әле боҙҙоң иң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Йыл һайын ошондай боҙҙа республика буйынса унарлаған кеше, айырыуса яңғыҙ йөрөгән балалар һәм балыҡсылар һәләк була. 

Автор:Гүзәл Бикмәтова

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас