Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь , 10:37

Башҡорт яугиры мәктәптә ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған

  

Башҡорт яугиры мәктәптә ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған
Башҡорт яугиры мәктәптә ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған

Дәүләкәндән МХО-ла ҡатнашҡан яугир ялға ҡайтҡан һәм лицейҙа бишенсе класта уҡыған ҡыҙы янына юлланған. Ул кабинетҡа ҙур гөлләмә тотоп килеп ингән, сабый шунда уҡ атаһының ҡосағына ташланған. Аталы-ҡыҙлыға бөтә класс менән алҡышлағандар.

«Баш» позывнойлы яугир 2023 йылдың июненән Миңлеғәле Шайморатов батальоны составында МХО-ла ҡатнаша. Ул тәүге көндән алғы һыҙыҡта, яралыларҙы эвакуциялау буйынса командир вазифаһын атҡара. Сентябрь айында үҙе лә яраланып госпиталгә эләккән. 

Яугир әйтеүенсә, уның атаһы ла Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан, ә ҡартатайҙары Бөйөк Ватан һуғышында ил һаҡлаған. Шуға күрә ул да бөгөн Ватан һағына баҫырға ҡарар иткән. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: