Рәсәй банкы сайтында Волга буйы федераль округына арналған яңы мең һумлыҡ купюраның символы өсөн тауыш биреү башланды. Тәҡдим ителгән варианттар араһында Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.
Башҡорт һәйкәле өсөн бында тауыш бирергә була. Һөҙөмтәләр 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә иғлан ителә.
Яңы мең һумлыҡ купюра символына Волга буйы федераль округынан 25 объект һайлап алынған. Исемлек консультатив совет ағзаларының баһаларын иҫәпкә алып төҙөлгән.
Бынан алда «Башинформ» яңы 1000 һумлыҡ банкнотаны биҙәү өсөн Өфөнән Салауат Юлаев һәйкәле һайлап алыныуы хаҡында яҙғайны.