Мутлашыусылар аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсереү схемаһын яңырта. Хәҙер уларҙың маҡсаты — һеҙҙең ҡулаҡса.
Схема нисек ҡоролған?
Енәйәтселәр, йәнәһе, Рәсәй Банкынан шылтырата һәм ҡорбанына уның банк иҫәбенә хакерҙар һөжүм итеүен еткерә. Аҡсаны ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы — уны шунда уҡ сисеп, инкассаторға тапшырыу. Инкассатор йыйылған аҡсаны ваҡытлыса һаҡлау өсөн Үҙәк банкҡа алып бара. Аҡса мутлашыусыларҙан һаҡланған «махсус иҫәптә» буласаҡ.
Ысынында иһә, «инкассатор» урынына ялған курьер килә һәм аҡса менән бергә юғала.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Рәсәй Банкы хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да клиенттарына шылтыратмай, уларға «хәүефһеҙ» иҫәп-хисап асмай һәм курьер ебәрмәй.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан