Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь , 20:34

“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”

Бөгөнгө көндә һәр кемдең йөрәгендә һәм телендә бер генә теләк – илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған яктарына әйләнеп ҡайтһын! Әлеге ваҡытта көн дә яңғыраған был һүҙҙәр һәр кемдең  күңелендә тулҡынландырғыс хистәр уята. Ошо изге уй-ниәт менән  махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү өсөн  районда ҙур эштәр алып барыла. Аҡъяр ауылы  «ағинәйҙәр»е менән берлектә үҙәк район китапхана хеҙмәткәрҙәре  был эштә  һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Һәр аҙна һайын ихлас күңелдән киптерелгән еләк-емештәрен, шифалы үләндәрен алып килеп  сәйҙәр тултыралар. Яу ҡырында йөрөгән егеттәребеҙгә тыуған ерҙәренең хуш еҫле сәйҙәрен эсеп, һаулыҡтарына файҙа килтерһен тип изге ниәт менән башҡарыла.

“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”

Бөгөнгө көндә һәр кемдең йөрәгендә һәм телендә бер генә теләк – илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған яктарына әйләнеп ҡайтһын! Әлеге ваҡытта көн дә яңғыраған был һүҙҙәр һәр кемдең  күңелендә тулҡынландырғыс хистәр уята.

Ошо изге уй-ниәт менән  махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү өсөн  районда ҙур эштәр алып барыла. Аҡъяр ауылы  «ағинәйҙәр»е менән берлектә үҙәк район китапхана хеҙмәткәрҙәре  был эштә  һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Һәр аҙна һайын ихлас күңелдән киптерелгән еләк-емештәрен, шифалы үләндәрен алып килеп  сәйҙәр тултыралар. Яу ҡырында йөрөгән егеттәребеҙгә тыуған ерҙәренең хуш еҫле сәйҙәрен эсеп, һаулыҡтарына файҙа килтерһен тип изге ниәт менән башҡарыла .

Был мәртәбәле эште ойоштороуҙы яугир әсәһе Лилиә Алсынова үҙ өҫтөнә алды. Лилиә Мәжит ҡыҙы  һәр килгән ярҙамсыны ихлас ҡаршылап, бар күңелен һалып эшләй. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. ағинәйҙәрҙең изге доғалары менән һәр көн пакеттарға биш йөҙләп  сәй,  ҡорот, емештәр киптерелеп  тултырыла. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам имен-аман барып етер, тип ышанабыҙ

Шулай берҙәм көс менән еңеүҙең яҡынайыуын, яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.

“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
Автор:Рәмилә Фәйзуллина
Читайте нас: