Хәйбулла юл ремонт-төҙөлөш идаралығының эшмәкәрлеге район автомобиль юлдарын яҡшы торошта тотоуҙан ғибәрәт. Район буйынса һуҙылған юлдарҙы төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу – тулыһыса уларҙың яуаплылығында. Ҡышҡыһын –ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу, яҙғыһын – ремонтлау, йәй һәм көҙ айҙары яңы юл һалыу, төҙөкләндереү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн бар көстәрен һалалар. Быйыл да уларҙың тырышлығы менән районда, ауыл урамдарына яңы юлдар һалынды, талап ителгәндәре ремонтланды. Атингән ауылында йәшәүсе Ғәлимйән Ултраҡов Хәйбулла юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында 20 йыл намыҫлы хеҙмәт итә. –Беҙ дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙы грейдерлайбыҙ, өҫтәмә материалдар ҡулланып соҡорҙарҙы ремонтлайбыҙ, асфальт түшәйбеҙ, юл ситендәге ҡый үләндәрен сабабыҙ, юл билдәләре лә тәртиптә булырға тейеш. Мәҫәлән,быйыл Аҡъярҙа һәм райондың бер нисә ауылдарында урамдарға асфальт түшәлде, – тип һөйләне Ғәлимйән Ғилметдин улы. Яуаплы хеҙмәткәр ҡайҙа ғына ебәрһәләр ҙә,бөтә ерҙә лә эшен сифатлы башҡарырға тырыша, шуның өсөн дә уны коллективта хөрмәт итәләр. Хәҙерге бурыстарҙан тыш, юл ремонтлау идаралығы ҡышҡы юлдарҙы ҡарауға әҙерләнә. Бының өсөн юлсылар транспорттарҙы ремонтлай, техник хеҙмәтләндереү үткәрә, яйлап техниканы ҡышҡы эш режимына күсерә. –Бер-береңә ярҙамһыҙ, ихтирамһыҙ уңышлы эш алып барыу мөмкин түгел. Һәм коллективтың ни тиклем көслө һәм профессиональ булыуы дөйөм эштең һөҙөмтәһенә бәйле. Коллектив берҙәм, бергәләп татыу ғаилә кеүек эшләйбеҙ. Предприятиеның күпселек водителдәре һәм юл эшселәре үҙ эшен яҡшы белгән һәм ышанып тапшырылған техникаға һаҡсыл ҡарағантәжрибәле профессионалдар. Ғәҙәттә юл хеҙмәткәрҙәренең эше иртә таңдан башлана. Ҡыш көнө лә иртә менән юлдарҙы ҡарҙан таҙарта башлайбыҙ,т бәлки, быны барыһы ла күрмәйҙер. Шуға күрә коллегаларыма техниканың һынатмауын, һаулыҡтың ныҡлы булыуын, эшмәкәрлектең рәхмәтле булыуын теләйем, – ти тәжрибәле водитель.
Ғәлимйән Ултраҡовтың ғаиләһе лә бына тигән.Тормош иптәше Айгөл Сәғәҙей ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм ике улға ғүмер, матур тәрбиә биреп, әлеге көндә бер ейәнсәргә һөйөнөп ғүмер итәләр. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса үҫтерәләр. Хәйбулла юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәкселеге билдәләүенсә, Ғәлимйән Ултраҡов бөтә ҡатмарлы эштәрҙе сифатлы һәм еренә еткереп башҡара. Намыҫлы хеҙмәте, п р о ф е с с и о н а л и з м ы , юл хужалығын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ була, бихисап Почет грамоталар менән бүләкләнгән. Юлсылар хеҙмәте —транспорт юлдарын хеҙмәтләндереү, ремонт эштәрен ваҡытында башҡарыу, юлдар төҙөү һәм уларҙың сифатлы, талаптарға яраҡлы булыуын тәьмин итеү буйынса көндәлек эш ул. Һеҙҙең һөнәр ҡатмарлы һәм яуаплы, һеҙ Хәйбулла районының юлдары һәм улар менән бергә тышҡы йөҙө йылдан йыл яҡшырыуына үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Йәйен һәм ҡышын, һауа шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һеҙҙең алда юлдарҙы тейешле тәртиптә тотоу бурысы тора. Трассаның һәр саҡрымындағы һеҙҙең көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ райондың, тораҡ пункттары араһындағы өҙлөкһөҙ транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Барығыҙға ла сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.