Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2024, 05:22

Ҡолбаевтарҙың 60 йыллыҡ ғаилә тарихы

Дамир Ғәзизйән улы менән Рәйсә Иҙиәт ҡыҙы Ҡолбаевтар Гәүһәр туйҙарын билдәләнеләр.

Ҡолбаевтарҙың 60 йыллыҡ ғаилә тарихыҠолбаевтарҙың 60 йыллыҡ ғаилә тарихы
Ҡолбаевтарҙың 60 йыллыҡ ғаилә тарихы

Дамир Ғәзизйән улы менән Рәйсә Иҙиәт ҡыҙы Ҡолбаевтарҙың ғаилә тарихы 1963 йылдың октябрь айынан башлана. 13 йәшенән үк эш башлаған Дамир Ҡолбаевтың хеҙмәт стажы 50 йылдан ашыу. Фрунзе исемендәге колхозда тракторсы, комбайнсы булып эшләп, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ял йорттарына юлламалар, грамоталар менән тәбрикләнә, бер нисә тапҡыр «Ураҡ батыры» исеменә лайыҡ булып, мотоцикл менән дә бүләкләнгән ул. Рәйсә Иҙиәт ҡыҙы 292-се ПМК берекмәһендә штукатур-маляр булып хеҙмәт юлын башлай, һуңынан шул уҡ ойошманың балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡолбаевтар балаларының шатлығына һөйөнөп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп тәрбиәләп, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы елдәре лә ғаиләне ситләп үтмәй, уларҙың бер балаһы вафат була.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас