Ивановка ауылында йәшәүсе Рафаил һәм Сәлимә Теләкәновтар районыбыҙҙың абруйлы ғаиләләренең береһе. Ҡауышыуҙарына ярты быуат ваҡыт уҙһа ла, оло ихтирамға лайыҡ был пар бер-береһенә булған хистәрен һыуытмайынса, тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмай, бөгөн дә барыһын да һоҡландырып матур ғүмер кисерә.
Теләкәновтарҙың ғаиләһе 1973 йылдың көҙөндә барлыҡҡа килә. Рафаил Ғәбит улы сығышы менән Утарбай, Сәлимә Фәтҡулла ҡыҙы иһә Бикбау ауылынан.
-60-сы йылдарҙа Утарбай бөткәс, ауылыбыҙ менән Ивановкаға күсеп сыҡтыҡ. Утарбайҙа 3-сө класты тамамлағайным. Ивановкала урыҫ мәктәбе булғас, яңынан 3-сө класҡа ултырттылар. Бөтәбеҙҙе лә шулай иттеләр. 10-сы класты тамамлап, бер аҙ колхозда эшләгәс, армияға алдылар. Германияла хеҙмәт иттем. Армиянан һуң, Баймаҡта алты ай шоферға уҡып, “Ленин” колхозында эш башланым. Ғүмер буйы бер урында ғына эшләнем, хаҡлы ялға ла сыҡтым һәм колхоз да бөттө, - тип хәтер йомғағын һүтте Рафаил Ғәбит улы.
Рафаил ағай бер урында шофер булып эшләп, 42 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, В.И. Лениндың 100 йыллығына арналған миҙал, өс тапҡыр “Биш йыллыҡ ударнигы” билдәһе менән наградлана. Почет грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Әле лә тик ултырмай, йәмәғәт эшендә ҡатнаша, ауыл тормошонан ситтә ҡалмай.
-Бикбау ауылында донъяға килдем. Ауылымда башланғыс класты тамамлағас, 8-се класҡа тиклем Йәнтеш мәктәбендә белем алдым. 3 саҡрым араны көн һайын йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Артабан 9-сы класҡа Ивановка мәктәбенә уҡырға килгәйнем, әсәйем ауырып, ташларға тура килде. Һатыусы булып эшкә төштөм, - тип әңгәмәне дауам итте Сәлимә апай.
Сәлимә Фәтҡулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Ивановка ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы, һуңынан колхозда кассир булып намыҫлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. 40 йылға яҡын эшләп, маҡтаулы, алдынғы хеҙмәткәр була ул.
– Эштән башҡаны белмәнек. Һәр көнөбөҙ хеҙмәттә уҙҙы. Уҙған ғүмер юлыбыҙға үкенмәйбеҙ. Төрлө саҡтар булды, әммә ауырлыҡтарға бирешмәнек. Әле лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын, – ти Теләкәновтар.
-Ирем шофер булғас, һәр саҡ юлда, иртәндән ҡара кискә тиклем эштә булды. Алыҫ рейстарға йөрөнө. Украинаға ла, Литваға ла барҙы. Шуға күрә, балаларҙы, мал-тыуарҙы ҡарау күбеһенсә минең иңемә төштө. Эштә лә, өйҙә лә барыһына ла өлгөрә инем. Йүгереп йөрөп эшләнек, ауыр тип торманыҡ. Кейәүгә сыҡҡанда ата-әсәйем яҡты донъяларҙа юҡ ине инде, өйләнешкәс ҡайным да иртә мәрхүм булды. Үҙ көсөбөҙ менән донъя көттөк. Тормош мәшәҡәттәре менән 50 йыл үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, - ти Сәлимә Фәтҡулла ҡыҙы.
Теләкәновтар икеһе лә хеҙмәт ветераны. Улар әле лә тик кенә ултырмай. Яҙҙан көҙгәсә баҡса үҫтерәләр, һарыҡ, ҡош-ҡорт тоталар. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә иһә Сәлимә апай скандинав таяҡтарын тотоп, саф һауа һулап йөрөп ҡайта. Йәйгеһен ихата тултырып аллы-гөллө сәскә, йортон йәмләп гөлдәр үҫтерә.
Өлгөлө ғаилә ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә улдары үҙ ғаиләләре менән йәшәй. 5 ейән Теләкәновтарҙың нәҫелен дауам итә. Ҡыҙҙары Динә кредит биреү ойошмаһында уңышлы эшләй.
-Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәйбеҙ. Һау булһындар, матур йәшәһендәр тип теләйбеҙ. Өс балабыҙ – оло бәхетебеҙ, - ти Теләкәновтар.
-Атай-әсәйем беҙгә, өс балаһына, яҡшы тәрбиә бирҙе. Мул тормошта үҫтерҙеләр. Әле лә беҙҙе ихлас ҡаршы алып, көтөп торалар. Тыуған йортта көтөүсе атай-әсәйебеҙ булғас, ашҡынып ҡайтабыҙ. Ейәндәре лә ҡартатай-ҡартәсәйҙәренең янында ҡалырға ярата. Һәр каникулды улар эргәһенә барырға атлығып торалар. Шуға күрә ваҡыт табып, килергә тырышабыҙ. Атай-әсәйебеҙҙең беҙҙе ҡыуандырып, именлектә-һаулыҡта тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙәрен теләйбеҙ, – ти уртансы улдары Илнур.
Лайыҡлы тормош юлы үткән Теләкәновтар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләп ҡалабыҙ.