Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2024, 04:30

Полицияла ышаныслы егеттәр эшләй!

Хәйбулла районы бүлегендә полиция хеҙмәткәрҙәре граждандар именлеге һәм тыныслығы һағында тора, енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймаҫ өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт итә.

Полицияла ышаныслы егеттәр эшләй!Полицияла ышаныслы егеттәр эшләй!
Полицияла ышаныслы егеттәр эшләй!

Һаҡ-конвой подразделениеһында эшләүҙең үҙ үҙенсәлеге бар – ул юғары хәүеф менән айырыла һәм хаталарҙы ғәфү итмәй. Законды боҙған кешеләр янында эшләргә һәр кем әҙер түгел. Әммә өлкән участка уполномоченныйы, полиция прапорщигы Артём Ҡоҙабаев бер нисә йыл инде үҙ эшенә мөкиббән сумған.
Оҙаҡ йылдар буйы намыҫлы хеҙмәт итеп, эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, енәйәтселеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барған һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау эшенә үҙ өлөшөн индергән егеттәрҙең береһе ул өлкән участка уполномоченныйы, полиция прапорщигы Артём Сергеевич. Ул "Полиция хеҙмәте отличнигы" исемен йөрөтә, 2-се һәм 3-сө дәрәжә “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Төньяҡ Кавказ территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә лә ҡатнаша яҡташыбыҙ.
Артём Сергеевич Төмән өлкәһенең Нижневартовск ҡалаһында донъяға килгән. 2004 йылда 2-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, әрме сафына саҡырыла. Мурманск өлкәһендә хәрби-һауа көстәре ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, контракт төҙөп, йәнә бер йылға ҡала. Хеҙмәтен тултырғас, районға ҡайтып, патруль-пост хеҙмәте төркөмөндә эш башлай. Бер аҙҙан Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы уҡыу үҙәгендә һөнәри белем ала. Артабан Аҡъярҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса эшен дауам итә. 2010 йылда патруль-пост хеҙмәте бөтөрөлөү сәбәпле, оператив дежур ярҙамсыһы, ә һуңғараҡ ваҡытлыса тотоу изоляторының өлкән конвойы итеп тәғәйенләйҙәр.
Һөйләшеүҙән асыҡланыуынса, ваҡытлы
Һөнәри байрам
Полицияла ышаныслы
егеттәр эшләй
10 ноябрҙә Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Хәйбулла районы бүлегендә лә полиция хеҙмәткәрҙәре граждандар именлеге һәм тыныслығы һағында тора, енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймаҫ өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт итә.са тотоу изоляторы хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарына тикшереү эштәре осоронда енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе һаҡлау һәм тәғәйенләнгән урындарға, йәғни суд ултырышына, СИЗО-ға, тәфтиш сараларына һәм, кәрәк булһа, дауаханаға оҙатыу инә.
–Конвойҙар эше ғәйепләнеүселәрҙе формаль оҙатыуҙы ғына түгел, ә уларҙың тейешле тәртибен контролдә тотоуҙы һәм тирә-яҡтағыларҙың именлеген тәьмин итеүҙе лә күҙ уңында тота, – ти Артём Сергеевич.
Артём Ҡоҙабаев билдәләүенсә, изолятор бинаһында контроль системаһы яҡшы уйланылған һәм яйға һалынған: ул видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, биналарҙы даими рәүештә тикшереп ҡарау үткәрелә.
–Ысынлап та эшебеҙҙе еңел тип әйтеп булмай. Тынғыһыҙ хеҙмәт, әммә яратып башҡарғас, ауырлығы бик тойолмай. Эшемде яратам, йәнгә ятмаған ерҙә бөтөнләй эшләй алмаҫ инем. Өҫтәүенә, физик әҙерлек тә алға ҡуйылған,–тине әңгәмәсем.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре Төньяҡ Кавказда ла хеҙмәт бурыстарын үтәй. Артем да 2009 йылда ярты йылға Ҡабарҙы Балҡар республикаһының Нальчик ҡалаһына командировкаға ебәрелә. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән тиерлек полиция хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итә, төнгө дежурлыҡҡа сыға, урындағы коллегаларына ҙур ярҙам күрһәтәләр һәм шул осорҙа әңгәмәсебеҙ ҙә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы исемен ала.
Погонлы хеҙмәттәштәре лә Артём Сергеевич тураһында тик яҡшы фекерҙә.
–Беҙҙең бүлектә хаҡлы рәүештә ғорурланырға мөмкин булған хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡ, күптәре күп йыллыҡ тәжрибәгә һәм халыҡ араһында ихтирамға эйә. Артём Сергеевичтың һөҙөмтәле эшен айырыуса билдәләп үтергә теләйбеҙ, намыҫлығы һәм яуаплылығы менән айырылып тора,–тип билдәләне уны коллегалары.
Был сетерекле, ҡатмарлы заманда полиция хеҙмәткәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Йәмғиәтебеҙҙәге күпме эштәр, яҡшымы, ул яманмы, йыш ҡына полиция хеҙмәткәрҙәре күҙлеге аша үтә. Енәйәт яһалмай ҡалған, наркотик эйәһенә барып етмәгән, рулдә иҫерек фажиғә булдырмаған икән – быларҙың артында күптәргә күренмәгән, беленмәгән, һиҙелмәгән оло хеҙмәт ята. Үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына кем ҡуя, иң беренсе булып ярҙамға кем ашыға, әлбиттә, ул полиция хеҙмәткәре.
Әгәр эш һиҙелмәй икән, тимәк, ул яҡшы бара, тиҙәр. Беҙҙең әңгәмә күрһәтеүенсә, конвойҙа осраҡлы кешеләр юҡ, сөнки подразделение хеҙмәте үҙенсәлекле генә түгел, ә юғары хәүеф менән дә бәйле. 

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас