Бала донъяны ғәзиз кешеһе - әсәһе аша танып белә. Өй йылыһы, яҡлаусы, көс биреүсе, ҡурсалаусы әсәй барҙа һәр бер бала бәхетле. Яңы Ергән ауылында йәшәүсе Гөлсөм Әлибаева ла улы һәм ҡыҙына оло һөйөү һәм хәстәр менән баға.
-Яңы Ергән ауылында донъяға килгәнмен. Ябай ғаиләлә үҫтем. Атайым колхозда, әсәйем магазинда эшләне. Бала сағым ағайым һәм ҡустым менән бергә күңелле, хәстәрһеҙ үтте. Мәктәптән һуң, физкультура уҡытыусыһына уҡып, 15 йылдан ашыу Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһында физкультура инструктуры булып эшләнем. Бер үк ваҡытта ситтән тороп юғары белем алдым. Балалар менән эшләүе оҡшай торғайны, - тип әңгәмәне башланы Гөлсөм Ниғмәтйән ҡыҙы.
2010 йылда Гөлсөмдөң көтөп алған улы Кәрим донъяға килә һәм уға 1 йәш тулғас, балалар церебраль фалижы (ДЦП) диагнозын ҡуялар. Әлбиттә, был сир йәш әсә өсөн көтөлмәгән хәл була. Әммә көслө рухлы ҡатын балаһына бар һөйөүен, наҙын, йөрәк йылыһын биреп тәрбиәләй.
-Улымдың балалар церебраль паралич менән ауырыуын таныуы ауыр булды. Был диагноз ата-әсәләрҙе сабырлыҡҡа һәм күндәмлеккә өйрәтә. Кәрим 1-се класҡа барған йылды эшемдән киттем. Әле улымды тәрбиәләп өйҙә ултырам, мәктәпкә алып йөрөйөм. Кәрим 8-се класта уҡый. Ул бик тырыш, бишле билдәләренә генә өлгәшә. Улым аралашыусан, бәләкәйҙән шиғыр һөйләргә ярата. “Таланттар йондоҙлоғо”, “Таланттар йәйғоро”, “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп”, “Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың яратҡан китабы” конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ала. Мәктәптә лә төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә. Үткән уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса муниципаль конкурста “Ижади эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштары өсөн” номинацияһында Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Кәрим бәләкәй сағында ижади конкурстарҙа дәртләнеп ҡатнаша торғайны, әле ҙурая килә, күберәк уҡыуға ваҡытын бүлә, киләсәктә юрист булырға һәм кешеләргә ярҙам итергә хыяллана, - тип һүҙен дауам итте Гөлсөм.
Әлибаевтар ғаиләһендә Кәримдән тыш, Дилиә исемле 4 йәшлек теремек ҡыҙ үҫә. “Ҡыҙыбыҙ йортобоҙ биҙәге, йәме. Ул балалар баҡсаһына йөрөй, бәләкәй булһа ла Кәрим ағаһына ярҙам итергә тырыша”, - ти әсә.
Биш йыл иңгә-иң терәп, татыу ғүмер кисергән тормош иптәше Юнир “Дозор” ойошмаһында эшләй. Матур пар бергәләп, төрлө сараларҙа ҡатнашалар.
- Тормош иптәшем минең өсөн терәк-таяныс, ярҙамсы. Ул йырларға ярата, “Һаҡмар моңдары” район бәйгеһендә икенсе урын алғас, дәртләнеп китте һәм бергәләп “Пар ҡанаттар” конкурсында ҡатнашып, Гран- приға лайыҡ булдыҡ, - ти Гөлсөм Ниғмәтйән ҡыҙы.
Гөлсөм тормошта асыҡ, әүҙем тормош позицияһы булған, оптимист кеше. Бойоғоп, күңелһеҙләнеп ултырған сағы һирәк уның. Һәр нимәлә тик яҡшылыҡты күрергә тырыша. Буш ваҡытында ырғаҡ менән бәйләргә, тегергә, сәскәләр үҫтерергә, баҡсала эшләргә ярата. Мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, тормош ҡыйынлыҡтарына бирешмәй тормош иптәше, балалары һәм әсәһе менән бергә матур донъя көтә, һәр саҡ маҡсатына ҡарай теүәккәл аҙымдар менән атлай.
-Бәхетем һәм тормошом мәғәнәһе – балаларымда. Иң мөһиме, ғәзиздәрем һау булһын. Әлбиттә, физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүе еңелдән түгел. Уға күберәк иғтибар бүлергә, йышыраҡ аралашырға кәрәк. Дауаханаларға күп йөрөргә тура килә, шифаханала реабилитация үтәбеҙ. Шунда инвалид бала тәрбиәләгән башҡа әсәйҙәр менән танышып аралашып, рухи көс-дәрт алам. Туғандарым, айырыуса әсәйем һәр яҡлап ярҙам итә. Был осраҡта сабыр булыу, баланың бәләкәй генә уңыштарына ла ҡыуана белеү мөһим. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, бәхетле тормош ҡорорға тырышырға кәрәк. Һәр нимә үҙеңдән тора. Позитив уйҙар менән йәшәү күпкә еңелерәк, - ти Гөлсөм Әлибаева.