Апартамент менән фатир араһында ҙур айырма бар. Айырмалыҡтар тураһында ентекләберәк һөйләйбеҙ.
Статусы
Төп айырма шунда: апартаменттың торлаҡ статусы юҡ: улар коммерция нигеҙендәге күсемһеҙ милеккә ҡарай. Шуға күрә, уларҙа даими теркәлеп булмай. Ҡунаҡхана тибындағы апартаментта ғына йәки идара итеүсе компания ҡунаҡхана операторы функцияһын үтәгән осраҡта ғына ваҡытлыса теркәлергә мөмкин.
Һөҙөмтәлә апартамент хужаһына теркәлгән урынға бәйле социаль ташламалар, мәҫәлән, субсидиялар һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар булмаясаҡ.
Шулай уҡ апартамент һатып алыуға әсәлек капиталын тотонорға ярамай. Әгәр уны ипотекаға алһағыҙ, ташламалы программалар ҙа уға ҡағылмаясаҡ.
Коммуналь түләүҙәр
Апартаменттар, ғәҙәттә, шундай уҡ фатирҙарҙан арзаныраҡ тора. Әммә коммерция статусына эйә булғанға күрә, уларҙа коммуналь хеҙмәттәр уртаса 15 процентҡа ҡиммәтерәк.
🔵 Һалымдар
Апартамент статусы уларҙың кадастр хаҡынан 0,5 — 2 процентҡа тиклем юғарыраҡ һалымды күҙ уңында тота.
⚪ Ташламалар
Апартамент һатып алғанда һалым ташламаһы ҡаралмаған. Шулай уҡ социаль ташламалар һәм субсидиялар, мәҫәлән, әсәлек капиталы йәки түбән процентлы ипотека менән файҙаланыу мөмкин түгел.
🔵 Нормалар
Апартаменттар торлаҡ булмаған биналарҙа урынлашҡанға күрә, уларға ГОСТ, СанПиН һәм Торлаҡ кодексы ҡағылмай. Мәҫәлән, эргәлә балалар баҡсаһының, мәктәп һәм поликлиниканың булмауы ихтимал. Йәки бүлмәлә ҡояш яҡтылығы етмәҫкә мөмкин. Шулай уҡ төндә шау-шыу ҡуптарған кешеләр менән күршеләш булыуығыҙ ихтимал. Уларҙың быға хаҡы бар, сөнки закон буйынса бина — торлаҡ түгел.
⚪ Өлөшләтә ҡатнашыу
Фатир кеүек үк, апартаментты ла йортто төҙөгән саҡта уҡ һатып алырға мөмкин. Ләкин, төҙөүсе банкрот була ҡалһа, аҡсаны кире ҡайтарыу йәки хаҡы түләнгән күсемһеҙ милек алыу ауыр буласаҡ, сөнки өлөшсөнө өсөнсө йәки дүртенсе сиратта ғына кредитор тип таныйҙар, ә фатир алғанда – тәү сиратта.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан