Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2024, 11:15

Ҡаһарман улдар үҫтергән әсә

Степной ауылынан Фәниә Иҙелбаева биш улға ғүмер биргән. Уларҙың өсәүһе Тыуған илебеҙ именлеге өсөн яуҙа. Шундай ҡыйыу, ҡаһарман улдар үҫтергән ихтирамға лайыҡ әсә ул.

Ҡаһарман улдар үҫтергән әсәҠаһарман улдар үҫтергән әсә
Ҡаһарман улдар үҫтергән әсә

Фәниә  Ғәлимйән ҡыҙы Йылайыр районы Юлдыбай ауылында донъяға килгән.  Артабан Япарһаҙ ауылына йәшәргә күсәләр һәм ул 1978 йылда Матрай урта мәктәбен тамамлай. Орск ҡалаһында училищела белем алғас, бер йыл ит комбинатында эшләй. 1979 йылда Һабыр ауылы егете Абдулла Иҙелбаев менән ғаилә ҡороп, Степной ауылына йәшәргә киләләр. Өйҙөң  ҡото, йәме булып, бер-бер артлы улдары донъяға килә. Балалар үҫтереп тә, гөрләтеп донъя көтөп тә, эшләп тә өлгөрә йәш пар – Абдулла ағай совхозда  тракторсы-комбайнсы булһа, Фәниә апай ҡошсолоҡ фермаһында эшләй, совхозда һауынсы була, һуңғы йылдарҙа ашханала икмәк бешерә.  Маҡтаулы хеҙмәттәре өсөн Почет грамоталарына, премия, бүләктәргә лайыҡ булалар. Шулай итеп,  көндәлек тырыш хеҙмәт менән йылдар бик тиҙ үтеп, Иҙелбаевтар улдарының үҫкәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Артабан уларҙы бер-бер артлы әрме хеҙмәтенә оҙатып, өйләндереп, туйҙар үткәрәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Абдулла ағай хаҡлы ялға сығып, ял итеп тә өлгөрмәй, 60 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китеп бара.

Махсус хәрби операция башланғас, Фәниә апайҙың өс улы контракт төҙөй. Әлеге мәлдә Айнур  һәм  Илдар  махсус хәрби операция зонаһында. Ә Руслан яраланып ҡайтып өйҙә.

-Өс улым илебеҙҙе һаҡларға ҡарар итте. Был теләктәре күңелемә ятмаһа ла, үҙ һүҙҙәрендә ныҡ торҙолар. Үкенескә күрә, Айнур улымдың март айынан бирле хәбәре юҡ. Эҙләйбеҙ, иҫән-һауҙыр тип өмөт итәбеҙ. Руслан улым әлегә янымда, ҡабат барырға ниәтләй. Имен-һау ғына йөрөһөндәр инде, - ти Фәниә апай.

Тормош юлдары һикәлтәһеҙ булмай шул. Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы ла бер-бер артлы өлкән улын, тормош иптәшен һуңғы юлға оҙата, әммә ҡайғыларға бирешмәй артабан йәшәргә үҙендә көс таба. Бөгөн уның тормош йыуанысы өс ейәнсәре һәм биш ейәне. Уларҙың уңыштарын уртаҡлашып, терәк-таяныс булып көн итә.

-Ейән-ейәнсәрҙәрем даими килеп, ярҙамлашып йөрөй. Айырыуса йәйгеһен килеп тулалар. Ауылдағылар көн дә килеп хәлемде беләләр.  Әле бына килеп ҡар көрәп киттеләр. Улар килһә, йортома ҡот инеп, йәмләнеп китә. Һәммәһен дә һағынып көтөп алам. Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә һау ғына булһындар, - ти ҡартәсәй.

Фәниә апай ҡайныһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлиаслан һәм бейеме Ғәбиҙә Иҙелбаевтарҙың тормош юлында терәк-таяныс, өлгө булыуҙарын билдәләп үтте. “Ҡайным һәм бейем бик яҡшы, ярҙамсыл кешеләр булды. Балаларҙы ла ҡараштылар. Йәндәре йәннәттә булһын”, - ти Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы.

Мәҡәләм геройы хәрәкәтләнеүгә лә иғтибар бүлә: йәйгеһен велосипедта, ҡышҡыһын скандинавса йөрөй. Баҡса үҫтерә, ҡышҡы оҙон кистәрҙә йөн иләп, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй.

-Тормошомдан ҡәнәғәтмен. Берәүҙән дә кәм йәшәмәйем. Иң мөһиме, һаулыҡ булһын. Күршеләрем һәйбәт, инеп хәлемде белеп, аяттан ҡалдырмайҙар. Үҙем дә мәрхүмдәр рухына аяттар уҡытып торам. Иң ҙур теләгем: һуғыш тиҙерәк бөтөп, барлыҡ уландар атай-әсәйҙәре, ғаиләһе янына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, - ти Фәниә Иҙелбаева.

Фәниә апайҙың һәм барлыҡ әсәләрҙең теләге тормошҡа ашып, илдәр тиҙерәк тынысланһын, ир-егеттәребеҙ имен-һау ҡайтһын. Мәҡәләм геройына улдарын ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас