Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2024, 04:21

Сибайҙа сит ил гражданы кешене үлтереүҙә маташыуҙа ғәйепләнә

    

Сибайҙа сит ил гражданы кешене үлтереүҙә маташыуҙа ғәйепләнәСибайҙа сит ил гражданы кешене үлтереүҙә маташыуҙа ғәйепләнә
Сибайҙа сит ил гражданы кешене үлтереүҙә маташыуҙа ғәйепләнә

Сибайҙа сит ил гражданы танышын үлтерергә маташыуҙа ғәйепле тип табылды, тип хәбәр итә республика тәфтиш комитеты.

Сибай район-ара тәфтиш бүлеге йыйған дәлилдәр суд тарафынан Үзбәкстан гражданына хөкөм сығарыу өсөн етерлек тип таныла. Ул үлтереүҙә маташыуҙа ғәйепле тип табыла.

Суд билдәләүенсә, 2024 йылдың 14 июлендә көндөҙ иҫерек ир, үҙе менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған таныш ҡатындың бүлмәлә икенсе ир менән бергә булғанын күреп ҡала. Һәм көнләшеү арҡаһында ул ирҙе үлтерергә ҡарар итә. Ниәтен тормошҡа ашырып, сит ил гражданы кухняла ятҡан бысаҡты ала һәм уның менән зыян күреүсенең арҡаһына ике тапҡыр сәнсә. Әммә ул үҙенең ниәтен аҙағына тиклем еткерә алмай, сөнки ир әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә һәм бысаҡты тартып ала. Сит ил гражданы ваҡиға урынынан ҡасмай, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы көтә һәм ҡылған енәйәти ғәмәлдәрен таный.

Суд ғәйеплегә ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 6 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә ингән.

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас