Зәйтүнә Насырйән ҡыҙының улы, “Таһир” позывнойлы егет, 2022 йылдың октябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Ул Омск ҡалаһында айҙан ашыу хәрби күнекмәләр үтеп, десант-штурм ғәскәрҙәренә оҙатыла.
Махсус хәрби операция барышында яраланып, Мәскәү һәм Тула ҡалаларында госпиталдә дауалана. "Улыбыҙ йыл дауамында реабилитация үтеп, ҡайтанан МХО-ға юлланды”,--ти хәрбиҙең әсәһе. Аяғы яраланыу сәбәпле, “Таһир” әлеге мәлдә БМД-2 хәрби машинаһы водителе.
--Улдарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын. Беҙ ҙә барыбыҙ ҡәҙерлебеҙ “Таһир”ҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ,--тигән теләктәрен еткерҙе Зәйтүнә Насырйән ҡыҙы.
Беҙ ҙә яугирҙың яҡындарына сабырлыҡ, именлек, махсус хәрби операция зонаһындағы улынан яҡшы хәбәрҙәр генә килеп тороуын теләйбеҙ.
#Рубрика #Кактыживешьсолдатскаямать
#УфаМКРБ#УфаРЦНТР#АкцияСвоихНеБросаем#КультураХайбуллы#СтепновскийСДК