Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь , 15:55

«Башҡортостан» полкы яугирҙары гуманитар ярҙам алған

   

«Башҡортостан» полкы яугирҙары гуманитар ярҙам алған
«Башҡортостан» полкы яугирҙары гуманитар ярҙам алған

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән «Журналист» позывнойлы яҡташыбыҙ гуманитар ярҙам ҡабул иткән. Ылауҙы Дүртөйлө районы халҡы тупланы, тип хәбәр итә яугир.

— УАЗ «буханка» автомобиле, коляскалы ике мотоцикл, квадрокоптер, тәгәрмәсле мискә-мунса, төҙөлөш материалдары, маскировкалау селтәрҙәре, яугирҙарға шәхси посылкалар һәм фронтта кәрәкле башҡа бихисап әйберҙәр. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы торған урынға республиканан сираттағы гуманитар ярҙам килеп етте. Был юлы адреслы ярҙам йыйыуҙа Хөснөтдинов крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илшат Хөснөтдинов, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны, ирекмән Динар Ильясов, Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы операцияла ҡатнашыусы, водитель Рузил Лив улы Әғзәмов әүҙем ҡатнашҡан. Гуманитар ылауҙы МХО биләмәһенә район башлығы Риф Йосопов шәхсән оҙатып килде. Яугирҙарға ярҙам һәм иғтибарығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ысынлап та, еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙең йөрәктәр бергә тибә. Фронт менән тыл берҙәмлеге Еңеү нигеҙе, — ти «Журналист».

 Автор:Инсаф Хужабирганов

Видео:«Записки журналиста» каналы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: