Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2024, 11:26

Ваҡытлыса теркәлеү тураһында нимә белергә кәрәк?

-

Ваҡытлыса теркәлеү тураһында нимә белергә кәрәк?Ваҡытлыса теркәлеү тураһында нимә белергә кәрәк?
Ваҡытлыса теркәлеү тураһында нимә белергә кәрәк?

📃 Әгәр даими теркәлгән урынығыҙҙа йәшәмәйһегеҙ икән, ваҡытлыса теркәлергә мөмкин. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге белгестәре ошо хаҡта аңлатма бирә.

❌ Ваҡытлыса теркәлмәйенсә нимәләр эшләп булмай:

- пособие йәки пенсия юллап;
- баланы балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә биреп булмай

❓ Ваҡытлыса теркәлеү тураһында нимә белергә кәрәк:

- ҡайҙалыр даими теркәлгән булһағыҙ ҙа, ваҡытлыса теркәлеү юлларға мөмкин;
- уны билдәле бер ваҡытҡа рәсмиләштерергә була. Ваҡыты яҡтарҙың һөйләшеп килешеүе буйынса билдәләнә.
- ваҡытлыса теркәлеү өсөн йәшәргә йыйынған фатир хужаһының ризалығы талап ителә.

📍 Ҡайҙа рәсмиләштерергә?

- «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә онлайн: vk.cc/ca2rQD. Милексе үҙенең аккаунтында һеҙҙең теркәлеүҙе раҫларға тейеш. Был осраҡта бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй.

- Күп функциялы үҙәк бүлексәһендә. Һеҙгә – паспорт, ә фатир хужаһына социаль арендаға килешеү йәки бинаға милек хоҡуғын раҫлаған документ кәрәк.

- Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса бүлегендә. Шулай уҡ хужа менән барыу зарур.

Һеҙҙең мөрәжәғәт өс көндән һигеҙ эш көнөнә тиклемге арауыҡта хәл ителергә мөмкин.

❗ Теркәлмәйенсә йәшәү штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа килтерә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас