Бүребай ауылында Тасимов урамынан Хоҙайбирҙин урамына һәм Шайморатов урамынан Дала урамына тиклем участкала яҡтыртыу системаһына тоташтырыу эше тамамланды.
Был эштәрҙе башҡарыуға “Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны модернизациялау һәм заманса ҡала мөхитен булдырыу” дәүләт программаһы сиктәрендә республика бюджетынан аҡса бүленде. Муниципаль контракт шарттарына ярашлы, подряд ойошмаһы көсө менән 34 таяу ҡуйылған, кабелдәрҙе монтажлау эштәре башҡарылған һәм 37 яҡтыртҡыслы кронштейндар ҡуйылған.
Тағы ла Тасимов һәм Хоҙайбирҙин урамдары араһындағы юлға Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты туҡталҡа павильоны ҡуйған. Хәҙер Юшала йәшәүселәр, айырыуса балалар, елдән һәм яуым-төшөмдән ҡурҡмайынса автобустарҙы көтә ала.