Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2024, 04:55

Ауыл участковыйы—универсал һалдат

 Рөстәм Ҡолбулдин: “Иң мөһиме участкала тыныс булһын”

Ауыл участковыйы—универсал һалдатАуыл участковыйы—универсал һалдат
Ауыл участковыйы—универсал һалдат

Эске эштәр бүлеге  системаһында  эшләүселәр араһында халыҡҡа иң яҡын торғаны – участковыйҙарҙыр, моғайын. Ауыл биләмәләрендә үҙ участка полиция хеҙмәткәрен йөҙгә танып беләләр, йыш мөрәжәғәт итәләр. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Хәйбулла  районы буйынса бүлеге участковыйҙарының береһе,  өлкән лейтенант  Рөстәм Ҡолбулдин менән еңел булмаған хеҙмәте  тураһында әңгәмәләштек. 

 Аҡнаҙар ауылынан Рөстәм  Ҡолбулдин  әрме хеҙмәтен Омскиҙа  һауа-десант ғәскәрҙәре сафында үтәй. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан егет  2017 йылда Өфө ҡалаһында   патруль-пост хеҙмәтендә эш башлай. Бер нисә йыл тәжрибә туплағас,  Рәсәй Эске  эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегендә  ваҡытлыса тотоу изоляторында конвой булып хеҙмәтен дауам итә. Яҙмыш ҡушыуылыр,  йәш егетте  участковый  эшенә саҡыралар. “2021 йылда  участковый вазифаһында  урман зонаһында  эшемде башланым.  Минең участкаға Әбеш һәм  Аҡъюл ауыл биләмәләренән 9 ауыл ҡарай ине”,--тине Рөстәм Ҡолбулдин.

тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас