Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында уҙған «Атайсал. Яҡташлыҡ көсө» муниципаль-ара форумында Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Йылайыр, Мәләүез райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән дөйөм алғанда 250-нән ашыу вәкил ҡатнашты.
Ейәнсуралар форумға ихлас әҙерләнгән. Район мәҙәниәт һарайы фойеһында бай күргәҙмәлә ҡунаҡтар урындағы эшҡыуарҙарҙың һәм оҫталарҙың продукциялары менән танышты. Мәртәбәле сараның программаһына төрлө йүнәлештәр буйынса «түңәрәк өҫтәлдәр» форматында уҙған һигеҙ секция эштәре инде. Барыһы ла көн дауамында төрлө майҙансыҡтарҙа аралашып, социаль һәм иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибә уртаҡлашты, яңы алымдар өйрәнде һәм иң мөһиме «Атайсал» проекты артабан да йәшәргә, тыуған төйәгебеҙ өсөн изге эштәр дауам итергә тигән ҡарарҙа ҡалды.
Махсус хәрби операция башланыу менән «Атайсал» проекты сиктәрендә халыҡ яугирҙарға әүҙем ярҙам итә, ошоға бәйле секцияларҙың береһе «Бергәләп еңербеҙ» тип аталды һәм тап ошо мөһим йүнәлешкә арналды. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназияһында муниципалитеттарҙың йәмәғәт ойошмалары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды бүлексәләре вәкилдәре, шул иҫәптән «Тыуған тыл. Хәйбулла» төркөмө ирекмәндәре яугирҙар өсөн теккән кейемдәр, дронға ҡаршы одеялдар, носилкалар, окоп шәмдәре, етештергән аҙыҡ-түлек, маскировка селтәре өлгөләре һәм башҡалар менән таныштырҙы. «Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһы «Герой ҡатыны» фотокүргәҙмәһен уҙғарҙы. Секция сиктәрендә уҙған «түңәрәк өҫтәл» барышында делегаттар МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамды ойоштороу буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Хәйбулланан МХО ветерандары ла фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты. Алик Юзеев «Ватанды һаҡлаусылар» фонды бүлексәләрендә хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу мәсьәләһен күтәрҙе, ә Фәрит Күскилдин үҙ сығышында хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләүҙә туғандарына ярҙам итеү маҡсатында яҡташ-яугирҙарҙы төркөмгә берләшеп, бер юҫыҡта эшләргә саҡырҙы. Секция аҙағында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына наградалар тапшырылды.
Форумдың тантаналы өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһап, «Атайсал» проектының мөһимлеген билдәләп, уның сиктәрендә атҡарылған ҡайһы бер сағыу миҫалдар менән таныштырҙы. «Дүрт йыл элек «Атайсал»ды үҫтерә башлағас, уның шундай һандарға етеүен күҙ алдына ла килтермәнек. Бөгөн был 28500-ҙән ашыу проект, уларҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән 1,3 миллиард һум самаһы аҡса, 5800-ҙән ашыу теркәлгән ҡатнашыусы», – тип билдәләне Урал Таһир улы һәм «Атайсал» сиктәрендә тыуған төйәктәрендә проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа шәхси өлөш индергәне һәм әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы. Районыбыҙҙан бүләкләнеүселәр араһында – Юлбарыҫ ауылынан Урал Таймасов һәм Аҡъярҙан Буранбай Илбәков.
Формуда ҡатнашҡан муниципалитеттар вәкилдәре – район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, эшҡыуар-меценаттар кесе Ватаны өсөн атҡарылған изге эштәр буйынса мәғлүмәт бирҙе. Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов «Атайсал» сиктәрендә Хәйбулла районында, шул иҫәптән Әбеш ауыл биләмәһендә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне.
Форум эстафетаны Бөрйән районына тапшырыу менән тамамланды.
Белешмә:
Башҡортостанда 2021 йылдың мартында Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса башланған «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Проекттың төп идеяһы – республика ауылдарын үҫтереү. Ауылдарҙан сыҡҡан кешеләр үҙҙәренең бәләкәй Ватанын төҙөкләндерергә ярҙам итә. Дүрт йыл эсендә проектта 5,8 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. «Атайсал» проектында ҡатнашыусылар араһында илебеҙҙең 20-нән ашыу төбәгендә йәшәгән меценаттар бар. Тамамланған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дөйөм сумма 1,3 миллиард самаһы тәшкил итте.