Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2024, 12:02

Мәктәп автобусы аварияға осраған

   

Мәктәп автобусы аварияға осрағанМәктәп автобусы аварияға осраған
Мәктәп автобусы аварияға осраған

Бөгөн көндөҙ Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында мәктәп автобусы аварияға осраған. Салонда ун бала һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе хеҙмәткәр булған. Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, «ПАЗ» автобусы водителе «Лада Гранта»ға юл бирмәгән һәм уның менән бәрелешкән.

Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Әле дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Автор:Дарья Субботина

Мәктәп автобусы аварияға осраған
Мәктәп автобусы аварияға осраған
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас