Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2024, 06:42

Хеҙмәт ветераны 80 йәшен билдәләне

Өфө ауылынан Әлифә Ғабдулла ҡыҙы Мөҙәрисова күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән дан ҡаҙанған шәхес. Уның тураһында тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Хеҙмәт ветераны 80 йәшен билдәләнеХеҙмәт ветераны 80 йәшен билдәләне
Хеҙмәт ветераны 80 йәшен билдәләне

Өфө ауылынан Әлифә  Ғабдулла ҡыҙы 1944 йылдың 5 авгусында донъяға килгән. Уның тормош юлы фиҙакәр хеҙмәткә бәйләнгән. 7-се класты тамамлаған ҡыҙ фермаға эшкә барып, 30 йылдан ашыу һауынсы булып эшләй. Был тармаҡта  ҡул көсө талап иткән эш бик ауыр булыуы күптәргә мәғлүм. Малдарҙы ваҡытында ашатырға, һыу эсерергә,  аҫтарын таҙа тоторға, һауырға кәрәк...Шул саҡта ғына күп һәм сифатлы һөт алырға була.  Шуға күрә Әлифә Мөҙәрисова  бер ҡасан да  ауырлыҡҡа зарланмай, эшен бөтә күңелен биреп башҡара.

Йылдар үткән һайын һауынсыларҙың эше яйлап еңеләйә. Мал аҙығын таратыу һәм  тиреҫте таҙартыу буйынса механизмдар барлыҡҡа килә. Яйлап һауын аппараты менән һауыуға күсәләр.

Машина менән һауыу аппараты операторы Әлифә Ғабдулла  ҡыҙы шәхси беренселектә һәм  звено коллективында  һәр һыйырҙан һауымды арттырыу буйынса Социалистик ярыштар бурысын арттырып үтәргә тырыша. Силәбе өлкәһе Варненск районында алдынғы һауынсы булып һаналһа,  “Матрай” совхозының Үҙәк бүлексәһендә лә  ай һайын иң яҡшы эшләгән һауынсылар рәтендә була. Уны эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн хөрмәт итәләр. Юғары производство күрһәткестәре өсөн “Социалистик ярыштар еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәләре,  совхоз һәм  партия комитеты Почет грамоталары,  ҡиммәтле бүләктәр, бушлай туристик юлланма менән наградлана.

Әлифә Мөҙәрисова бер нисә тапҡыр “Матрай” совхозының ғына түгел, Хәйбулла районы буйынса иң яҡшы һауынсы тип таныла. Уның звеноһы коллективына Социалистик ярыштар еңеүсеһе булараҡ,  КПСС район комитеты,  район советы башҡарма комитеты,  агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең район комитеты, ВЛКСМ район комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана.

Әлифә Ғабдулла ҡыҙының иртә таңдан башланып,  кискә тиклем дауам иткән тыңғыһыҙ хеҙмәт көндәре үткәндәрҙә ҡалған. Хәҙер инде  ауыл уңғаны  күптән   хаҡлы ялда. Хеҙмәт ветеранын ауылдаштары хөрмәт итә, яҡындары һәм туғандары өҙөлөп тора.  Әлифә Мөҙәрисова 80 йәшлек олпат юбилейын яҡындары менән бергә ҡаршы алды. Түңәрәк өҫтәл артында юбилярға тик  изге теләктәр яңғыраны,  беҙ ҙә уларға ихлас ҡушылабыҙ.

Музей имени Юмабая Исянбаева села Уфимский

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас