Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2024, 09:44

Ҡан тамырҙары һәм онкология үҙәктәрен йыһазландырыу өсөн

Башҡортостанға федераль субсидия бүленә  

Ҡан тамырҙары һәм онкология үҙәктәрен йыһазландырыу өсөнҠан тамырҙары һәм онкология үҙәктәрен йыһазландырыу өсөн
Ҡан тамырҙары һәм онкология үҙәктәрен йыһазландырыу өсөн

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин 2025-2026 йылдарға төбәктәргә онкология һәм ҡан тамырҙары үҙәктәрен ҡайтанан йыһазландырыуға субсидиялар күләмен үҙгәртеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Онкология үҙәктәре өсөн дөйөм сумма – 34,3 миллиард һум. Башҡортостанға 72,2 миллион һум йүнәлтелә. Ҡан тамырҙары үҙәктәрен йыһазландырыу өсөн 10,2 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 23,6 миллион һумы – республикабыҙға, тиелә документта.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың интеллектуаль транспорт системаларын үҫтереүгә субсидия тәғәйенләнеүе тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-11-12/bashkiriya-poluchit-federalnuyu-subsidiyu-na-pereosnaschenie-sosudistyh-i-onkotsentrov-4004106

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас