3 ноябрҙә Ҡыйғы районының Ибрай ауылында булған янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде. Атай менән әсәй һәм өлкән ҡыҙҙар күршеләренә ҡаҙ йолҡошорға киткән саҡта Аллабирҙиндарҙың йортонда янғын сыға. Был саҡта өйҙә ике ун йәшлек игеҙәк ҡыҙ ҡалған була.
Тәүге фараз буйынса, янғын башланғас, ҡыҙҙарҙың береһе өйҙән сығып өлгөрә һәм йүгереп барып атаһына фажиғә тураһында әйтә. Был саҡта өйҙә икенсе ҡыҙ ҡалған була. Атаһы уны нисек кенә эҙләһә лә, төтөн араһында таба алмай.
Ләкин ғаиләнең күршеләре һөйләүенсә, хәл башҡасараҡ булған. Был хаҡта КП-Өфө баҫмаһы хәбәр итә. Өйөнән килгән төтөндө атай кеше үҙе күреп ҡалған һәм йүгереп ҡайтҡан. Ул өйгә инә һалып игеҙәк ҡыҙҙарҙың береһен күтәреп алып сыҡҡан. Бынан һуң икенсеһен эҙләп бер нисә тапҡыр янған йортҡа инеп ҡараған, тик ҡуйы төтөн араһында ҡыҙын таба алмаған. Бер мәлдә ул үҙе ныҡ итеп бешкән һәм үҙаллы сыға алмаған. Ауылдаштары уны тышҡа һөйрәп сығарған.
– Олегты ашығыс ярҙам машинаһына тейәгән саҡта ул ныҡ шок хәлендә булды, ауыртыуҙы һиҙмәй һәм һөйләшә ала ине. Табиптар әйтеүенсә, ул дауаханаға килеп етеү менән: “Бер ҡыҙымды ҡотҡарҙым, икенсеһен ҡотҡара алманым”, тигән, – тип һөйләй ирҙең ағаһы Рөстәм.
Һәләк булған ҡыҙҙы 5 ноябрҙә ерләнеләр. Шул уҡ көндө аталарын ауыр хәлдә вертолет менән Өфө дауаханаһына күсерәләр. Әлеге ваҡытта туғандары әйтеүенсә, уның хәле бик ауырлашҡан. Табиптар уны медикаментоз кома хәленә индерергә мәжбүр булған.
Ғаиләлә дүрт ҡыҙ тәрбиәләнгән, иң ҙурына 15 йәш. Балаларҙың әсәһе Вилиә әле һаман шок хәлендә һәм тынысландырыусы дарыуҙар эсеп кенә йөрөй ала. Әле уларҙың өйө янып бөткән һәм ғаилә ваҡытлыса күршеләрендә йәшәй.
Ауыл советында әйтеүеҙәренсә, ғаилә бөтә яҡтан да ыңғай, ярҙамсыл булған. Уларҙа бер ниндәй ҙә насар ғәҙәттәр булмаған.
Әлеге ваҡытта Аллабирҙиндар ярҙамға мохтаж. Был турала Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Руслан Вәхитов та социаль селтәрҙәр аша яҙғайны. Ярҙам өсөн Олегтың ағаһының номеры күрһәтелгән ине. Ләкин икенсе көндө номер блокланған һәм күсереүҙәр унда бармай. Блокировканы Олег ҡына алып ташлай ала, ләкин ул аңында түгел. Шок хәлендә булған ҡатын да бер нимә лә эшләй алмай.
Ауылдаштары күп балалы ғаиләгә ярҙам иткән һәм әйберҙәр килтергән, аҡса күсереүселәр ҙа байтаҡ. Тик улар әле һаман ярҙамға мохтаж, теләгегеҙ булһа, балаларҙың әсәһе Вилиә менән бәйләнешкә сығырға мөмкин. Телефоны: 8-909-349-30-26.
Фото: КП-Өфө.