Бер-ике көнгә генә тыуған яҡтарына, яҡындарына ялға ҡайтҡан батыр егеттәрҙең береһе, Аҡъяр ауылынан «Аҡ малай» позывнойлы яугир менән осрашып, аралашырға насип булды. Тәүге быҙ танышыуыбыҙ бер нисә ай элек телефон аша ғына булһа ла, күптән белгән яҡын кешеләй осрашып, әңгәмәләшеп ултырып, бер сәғәттәй ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
“Ни өсөн «Аҡ малай» позывнойын һайланың?”, – тигән тәүге һорауыма, ул: «Аҡ һүҙе тыуған ауылым Аҡъярҙан алынды, малай һүҙе малай инде», – тиеп мәрәкәләп тә ҡуйҙы.
«Аҡ малай» сығышы менән Аҡъяр ауылынан. 2-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, тракторсы-машинист һөнәре буйынса Аҡъяр һөнәри училищеһында уҡыуын дауам итә. Дипломды ҡулға алыу менән хәрби хеҙмәткә саҡырылған яҡташыбыҙ, бер йыл Тыуған ил алдындағы ир- егет бурысын үтәгәндән һуң, үҙ тормошон хәрби һөнәр менән бәйләргә ҡарар итә. 4 йылға контракт төҙөп, Курил утрауҙарында хеҙмәтен дауам итә. 2017 йылда тыуған яғына ҡайтҡас, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөгән Хәйбулла егете махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә.
–Был ҡарарҙы ҡабул итеүе һәр кемгә еңелдән бирелмәй, туғандарың нисек ҡабул итте?
–Әлбиттә, яҡындарыма был ниәтемде ҡабул итеү еңелдән булманы. 4 йыл контракт буйынса хеҙмәт итеп тыуған яҡтарға ҡайтһам да, был һөнәрҙе бөтөнләй ситкә ҡуйып йәшәп булмай, ул һәр ваҡыт үҙенә тартып тора. Бөгөнмө, иртәгәме был ҡарарҙы ҡабул итеүем алдан уҡ билдәле ине ул. Кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе, кейем-һалым алып, әҙерләнеп бөткәс, контракт төҙөгәс кенә яҡындарыма хәбәр иттем.
–Махсус хәрби операцияла хеҙмәт юлы нисек һәм нимәнән башланды?
–Барып еткәс, урынлашҡас, яугирҙар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби күнекмәләр булды. Тәүге көндән үк миңә ышаныс белдереп, рота командиры итеп тәғәйенләнеләр һәм ныҡлы әҙерлек башланыҡ. Сөнки һәр бер яугирҙың шәхсән әҙерлегенә уның хәүефһеҙлеге, һәр бер еңеү ныҡ бәйле.Үҙемдең егеттәрҙән һәр ваҡыт хәрби әҙерлек талап итәм.
–Эргәңдә, йәғни ҡул аҫтыңда яҡташтар, Башҡортостан егеттәре бармы?
–Эйе, беҙҙең республика егеттәре минең ротала бар. Күптәре рус телендә аралашһа ла, хәрби задание үтәргә сыҡҡанда, үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Сөнки беҙҙең телде дошмандар аңламай һәм беҙгә башҡорт теле мөһим заданиеларҙы юғалтыуһыҙ, уңышлы атҡарып сығырға ныҡ ярҙам итә. Минең менән бергә райондаштар ҙа бар, форсат булғанда күрешеп-аралашып алырға тырышабыҙ. «Буран» позывнойлы Хәйбулла егете менән хәрби заданиеларға бергә сығабыҙ. Ышаныслы, батыр яҡташым менән бик күпте күреп, бергә ер-һыу үтеп, һынауҙар аша үтергә, кисерергә тура килде.
«Аҡ малай» әлеге көндә офицерҙар курсын үтә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тыуған яғында туҡталып китте.
–Ҡайтып еткәс тә, бындағы тыныс тормошҡа өйрәнеп булмай, күңелем менән хәрби иптәштәрем янындамын. Уларҙы ҡалдырып китеүе бик ауыр, сөнки беҙ бергә булған арала улар менән ныҡ яҡынлаштыҡ, һәр береһе менән яҡын туғандарҙай булып киттек. Мин улар менән даими бәйләнештәмен һәм тиҙ арала үҙемдең ротаға әйләнеп ҡайтырмын тип өмөт итәм,–тине яугир.
«Аҡ малай» менән хушлашыу еңел бирелмәне, сөнки уның кеүек ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, талапсан, ғәйрәтле егеттәребеҙҙән тора беҙҙең именлек, илдәге тыныслыҡ, балаларыбыҙҙың киләсәге. Күңелемдә тағы ла бер тапҡыр ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Рәхмәт һиңә, «Аҡ малай»! Уйҙарың, теләктәрең тормошҡа ашһын батыр яҡташыбыҙ! Ашар ризыҡтарығыҙ, эсәр һыуҙарығыҙ тыуған яҡта булһын. Илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтып, тиҙ арала һеҙҙең барығыҙҙы ла тыуған ерҙә көтөп ҡалабыҙ.