Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2024, 05:00

Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов бүләкле булды

Милли баҫманы алдырып, үҙҙәренә Яңы йыл алдынан бүләк алыусылар менән бергә үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ

Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов бүләкле булдыӨфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов бүләкле булды
Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов бүләкле булды

«Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә 2025 йылға яҙылыу кампанияһы дауам итә. Башҡорт баҫмаһына яҙылып, квитанцияны редакцияла теркәткәндәр отош уйындарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әлеге ваҡытта отош уйынында 64 кеше теркәлде, был юлы тап улар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Милли баҫманың тоғро дуҫтары Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов, Садовыйҙан Алһыу Исҡужина, Аҡъярҙан Рәйсә Ишемова «Хәйбулла хәбәрҙәре»нең даланлылары исемлеген тулыландырып, бүләкле булды. Улар беҙҙең бағымсылар тәҡдим иткән көнкүреш тауарҙарын – көрөшкәләр йыйылмаһы, сәй бешерә торған сәйнүк, фужерҙар йыйылмаһы алып ҡыуанды. Милли баҫманы алдырып, үҙҙәренә Яңы йыл алдынан бүләк алыусылар менән бергә үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ. Дуҫтар, даланығыҙҙы һынап ҡарап, гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ – бәлки был юлы уңыш тап һеҙгә йылмайыр?

—Аҡташ ауылында тыуып үҫтем, әлеге ваҡытта Өфө ауылында йәшәйем. Совхозда водитель булдым, ПМК-ла эшләнем, хәҙер хаҡлы ялдамын. Бәләкәйҙән гәзит уҡыйым, 1986 йылдан «Хәйбулла хәбәрҙәре»н алдырам. Гәзиттең башынан аҙағына ҡәҙәр уҡыйым. Бигерәк тә матур ғаиләләр, оло быуын вәкилдәренең тормош юлдары тураһында мәҡәләләр ҡыҙыҡлы. Бөгөн тәүге тапҡыр бүләк отоуыма шатмын. Хәйбулланың милли баҫмаһы оҙон-оҙаҡ йәшәһен, райондаштарыма именлек-һаулыҡ, — тигән теләктәрен еткерҙе Мөнир Ғәлиулла улы.

Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов бүләкле булды
Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов бүләкле булды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас