«Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә 2025 йылға яҙылыу кампанияһы дауам итә. Башҡорт баҫмаһына яҙылып, квитанцияны редакцияла теркәткәндәр отош уйындарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әлеге ваҡытта отош уйынында 64 кеше теркәлде, был юлы тап улар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Милли баҫманың тоғро дуҫтары Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов, Садовыйҙан Алһыу Исҡужина, Аҡъярҙан Рәйсә Ишемова «Хәйбулла хәбәрҙәре»нең даланлылары исемлеген тулыландырып, бүләкле булды. Улар беҙҙең бағымсылар тәҡдим иткән көнкүреш тауарҙарын – көрөшкәләр йыйылмаһы, сәй бешерә торған сәйнүк, фужерҙар йыйылмаһы алып ҡыуанды. Милли баҫманы алдырып, үҙҙәренә Яңы йыл алдынан бүләк алыусылар менән бергә үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ. Дуҫтар, даланығыҙҙы һынап ҡарап, гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ – бәлки был юлы уңыш тап һеҙгә йылмайыр?
—Поликлиникала больничный ҡағыҙҙарын теркәтеүсе булып эшләйем. Район гәзитен ҡыуанып алдырам. Гәзиткә яҙылғанда редакция хеҙмәткәрҙәре отош уйынында ла ҡатнашығыҙ тип тәҡдим иткәйне. Даланымды һынап ҡарап, квитанциямды теркәттем, әммә бүләк отормон тип уйламағайным да, сөнки быға тиклем бер ҡасан да отҡаным юҡ ине. Милли баҫма башҡорт телен күтәреүҙә, популярлаштырыуҙа мөһим роль уйнай, шуға бөтәһен дә «Хәйбулла хәбәрҙәре»нә яҙылырға саҡырам. Донъялар тынысланһын, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ, — тине Рәйсә Ильяс ҡыҙы.