«Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә 2025 йылға яҙылыу кампанияһы дауам итә. Башҡорт баҫмаһына яҙылып, квитанцияны редакцияла теркәткәндәр отош уйындарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Әлеге ваҡытта отош уйынында 64 кеше теркәлде, был юлы тап улар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Милли баҫманың тоғро дуҫтары Өфө ауылынан Мөнир Мөхәмәтов, Садовыйҙан Алһыу Исҡужина, Аҡъярҙан Рәйсә Ишемова «Хәйбулла хәбәрҙәре»нең даланлылары исемлеген тулыландырып, бүләкле булды. Улар беҙҙең бағымсылар тәҡдим иткән көнкүреш тауарҙарын – көрөшкәләр йыйылмаһы, сәй бешерә торған сәйнүк, фужерҙар йыйылмаһы алып ҡыуанды. Милли баҫманы алдырып, үҙҙәренә Яңы йыл алдынан бүләк алыусылар менән бергә үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ. Дуҫтар, даланығыҙҙы һынап ҡарап, гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ – бәлки был юлы уңыш тап һеҙгә йылмайыр?
—Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Район гәзитен даими алдырабыҙ, подписка ваҡытында бер ваҡытта ла ситтә ҡалғаным юҡ. Интернетта яңылыҡтар менән танышып барһаҡ та, ҡулыңа гәзит тотоп уҡыуға бер нимәлә етмәй. «Хәйбулла хәбәрҙәре»н ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ, балалар беҙҙән үрнәк алып, башҡортса гәзит уҡыу менән ҡыҙыҡһына башланылар. Яратҡан "районкам"дан беренсегә бүләк отоуыма бик шатмын, — тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Алһыу Рәмил ҡыҙы.